

Ете ай элек сабый кесе ярау иткәндә ауыртыу тойоуына зарлана башлай. Әммә тикшереү бер ни ҙә күрһәтмәй. Рентгенография ла бер ниндәй ҙә сит әйбер асыҡламай. Бер аҙ ваҡыттан ҡыҙҙың бәүел ҡыуығынан теш таҙартҡыстың осо килеп сыға, тиҙ арала дауаханаға һалалар.
Табип-урологтар цитоскопия ярҙамында ҡарағандан һуң, теш таҙартҡыс тирәләй таштар йыйылыуын асыҡлай. Өфөләге 17-се балалар дауаханаһы табиптары видеоэндоскопик ҡорамал ярҙамында таяҡты сығарып ала.
Операция һәйбәт үткән. Ҡыҙ яҡын көндәрҙә өйөнә ҡайтарыласаҡ.