

7 сентябрҙән Ярославль өлкәһендә йәмәғәт урындарында төкөргән өсөн штраф һалына башлай. Уның күләме - 1,5 мең һум. Законға төкөрөп ҡараһаң, йәғни икенсе тапҡыр боҙһаң, 3 мең һум түләргә тура килә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл көҙ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ла депутаттар ошондай уҡ штрафтар тураһындағы тәҡдимде ҡарай.