«Яңы башҡорт» китапханаға инә. Китаптар теҙелеп торған кәштәләргә ҡарап тора ла:
– Икмәк бармы? – тип һорай.Китапханасы ханымдың йәне көйә:
– Нисек шулай тип һорай алаһығыҙ? Был бит китапхана. Ир сығып китә. Әммә икенсе көндө тағы инә һәм тағы шул уҡ һорауҙы бирә. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатлана. Шунан китапханасы икмәк һатып ала, бер кәштәне бушатып, шунда теҙеп ҡуя ла, был ҡылығы менән бик ҡәнәғәт булып, икмәк һораусы ирҙе көтә башлай. Бына теге ир инә һәм кәштәләрҙе иғтибар менән ҡарап сыҡҡандан һуң:
– Һөт юҡмы ни? – тип һорай.Китапханасы, һис тә шундай һорау көтмәгәнлектән аптырашта ҡалып:
– Юҡ шул, икмәк кенә, – ти.Ир, сырайын һытып:
– Икмәкте инде бөҙрәханаға ла килтергәндәр, – ти.