

Яуап: Ә ниңә уларҙың һөйөүен яулар өсөн нимәлер эшләргә? Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә:
✨"Әйт, (Мөхәммәт): "Әгәр һеҙ Аллаһты яратһағыҙ, миңә эйәрегеҙ. Шул сағында Аллаһ һеҙҙе яратыр һәм гонаһтарығыҙҙы ғәфү итер. Аллаһ бит Ғәфү итеүсе, Рәхимле"✨, — тигән.
Раббыңа буйһон, Уға итәғәт ит. Ул сағында Ул бар донъяны ундағы бөтә нәмәһе менән һиңә буйһондорор!
Ә Аллаһтың һөйөүенән бигерәк кешеләрҙең һөйөүен эҙләүсе иһә мотлаҡ түбәнһетелер.
Шуға мәхлүктәрҙең ризалығын эҙләмә! Уларҙың барыһы ла юҡҡа сығасаҡ һәм иртәгә, Хөкөм көнөндә, Раббылары алдында яланғас торасаҡ! Сабыйҙарҙың сәстәре ағарған Бөйөк көндә мәхлүктәрҙең һөйөүе һиңә һис ярҙам итмәҫ.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-117353022_6059?access_key=510789930b16ae8974