Росстат мәғлүмәттәре буйынса, Волга буйы федераль округында айырылышыуҙар һаны 4,4% , 18,5 меңгә тиклем артҡан. Иң күбе Удмурт республикаһында – 23,6%, Башҡортостан был динамика буйынса икенсе урында, өсөнсө урында Ульяновск өлкәһе, унда айырылышыуҙар һаны 8,2 процентҡа артҡан.
Был хәл кәмегән өлкәләр ҙә бар. Татарстарнда -6,4 процентҡа, Сыуашстанда -2,9 процен ҡа һәм Киров өлкәһендә -2,7 процентҡа кәмегән.
Фото: dzen.ru