+28 °С
Болотло
Төрлөһөнән
25 Июнь 2024, 06:02

“Персик менән ҡыҙ”ҙың фажиғәле яҙмышы

Һөйләшеп ултырған арала, өйгә тышта уйнап йөрөгән Вера йүгереп инә һәм бер нисә секундҡа ғына өҫтәл артына ултырып, персикка үрелә.

“Персик менән ҡыҙ”ҙың фажиғәле яҙмышы“Персик менән ҡыҙ”ҙың фажиғәле яҙмышы
“Персик менән ҡыҙ”ҙың фажиғәле яҙмышы

Валентин Серовтың был билдәле картинаһында 12 йәшлек Вера, меценат Савва Мамонтовтың балаһы, һүрәт­ләнгән. Йомшаҡ ҡарашлы, йыл­майынҡырап беҙгә баҡҡан был мөләйем ҡыҙҙың ғүмере бик иртә өҙөлә...

Рәссам картинаны 22 йәшендә төшөрә. Яңы сәйәхәттән ҡайтҡан йәш егет Савва Мамонтовтарға ҡунаҡҡа килә. Һөйләшеп ултырған арала, өйгә тышта уйнап йөрөгән Вера йүгереп инә һәм бер нисә секундҡа ғына өҫтәл артына ултырып, персикка үрелә. Был мәлде рәссам шул тиклем оҡшата. Алһыу йөҙлө, вайымһыҙ ҡыҙҙы мотлаҡ һүрәткә төшөрөргә була.
Валентин Серов, теремек Вераны бер урында сәғәттәр буйы ултырырға мәжбүр иткәненә ғәфү үтенә-үтенә, картинаны ай буйы яҙа. Эш тамамланғас, рәссам уны Вераның әсәһенә бүләк итә. Аҙаҡ инде картина Третьяков галереяһына бирелә һәм авторына билдәлелек килтерә.
Ә Вераның яҙмышы фажиғәле булып сыға. Алдынғы ҡарашлы, ҡыйыу ҡыҙ белем алып, бәхетле булып, буй еткерә. 1903 йылда яратҡан кешеһенә — Александр Самаринға кейәүгә сыға. Ғаиләнең тормошо матур бара, улар ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Әммә шатлыҡлы йылдар тик 5 йылға ғына һуҙыла. 32 йәшлек Вера пневмония арҡаһында бер нисә көн эсендә шәм кеүек һүнә һәм вафат була. Ире, Вера вафат булғас, башҡаса өйләнмәй. Уның яҙмышы ла еңелдән булмай: Александр Самаринды һөргөнгә ебәрәләр. 1932 йылда, иректә бер генә йыл йәшәп өлгөрөп, ул да үлеп ҡала.

Автор:
Читайте нас