+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
27 Июнь 2024, 10:32

Ҡойма ямғырҙар көтөлә

Күпселек райондарҙа һауа торошо боҙола.

Ҡойма ямғырҙар көтөләҠойма ямғырҙар көтөлә
Ҡойма ямғырҙар көтөлә

Аҙна аҙағында Башҡортостан биләмәһенә Ҡаҙағстандың төньяҡ-көнбайыш райондарынан циклон килә. Күпселек райондарҙа, төньяҡ-көнбайыш райондарҙан тыш, һауа торошо боҙола. Йәнә көслө ямғыр яуыуы көтөлә.

«28-29 июндә урыны менән ҡойма яуын, оҙайлы көслө ямғыр, күк күкрәгәндә елдең секундына 17-22 метрға тиклем көсәйеүе фаразлана. Республиканың бәләкәй дала һәм тау йылғаларында һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүе көтөлә. Урыны менән уйһыу ерҙәрҙе һыу баҫыуы ихтимал. 30 июнгә яуым-төшөм кәмей. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы мөмкин», — тип хәбәр итте синоптиктар.

Июль башында республикала һауа температураһы нормаға ярашлы һәм унан юғарыраҡ булыр тип фаразлана.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас