- Ҡатыным менән һәр ваҡыт бер үк нәмәне яратабыҙ.
- Мәҫәлән?
- Мин балыҡҡа йөрөргә яратам, ул да балыҡҡа китеүемә гел ҡыуанып ҡала.
Х х х
- Күрше, ҡана, балтаңды биреп тор әле!
- Ниңә?
- Утын ярырға!
- Имәнме, ҡайынмы?
- Ҡаҡ имән.
- Ах,шайтан. Балтаны ҡусты алып киткәйне бит әле. Биреп торор инем дә, булмай шул.
- Ай-һай, ҡарунһың да инде, күрше. Ҡыҙғанып бирмәйһеңдер әле. Былай булғас,үҙемдең яңы балта менән ярырға тура килә инде!
х х х
- Ҡәҙерлем, Яңы йылға нәмә бүләк итәйем?
- Әлләсе.
- Ярай, улай булғас, уйларға тағы бер йыл һиңә!
х х х
- Яңы йылға ҡатынға бүләкте шыршы төбөнә һалып киттем.
- Бүләгеңде оҡшаттымы һуң?
- Тапманы әле. Беҙҙең эргәләге урманда шыршылар күп үҫә бит.