+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
6 Июль 2024, 06:00

ТЫЙҒАНДАН ТЫЙЫЛМАҺАҢ. АЙҺЫЛЫУ ҒАРИФУЛЛИНА

Их-х, шул сусҡа итенең тәме (тәүбә,әстәғфируллаһ) һаман да тел осонда тора ытырғандырып-сикәндереп. Хәҙерге ғилемем булһа, яҡын да барылмаҫ ине...

ТЫЙҒАНДАН ТЫЙЫЛМАҺАҢ. АЙҺЫЛЫУ ҒАРИФУЛЛИНАТЫЙҒАНДАН ТЫЙЫЛМАҺАҢ. АЙҺЫЛЫУ ҒАРИФУЛЛИНА
ТЫЙҒАНДАН ТЫЙЫЛМАҺАҢ. АЙҺЫЛЫУ ҒАРИФУЛЛИНА

Әйтеүемсә, әсәйем урыҫтар араһында йәшәгән. Шуғамылыр, сусҡа көттө. Ул ғына түгел, ул осорҙа ауылда башҡа сусҡа көтөүселәр ҙә бар ине. Их-х, шул сусҡа итенең тәме (тәүбә,әстәғфируллаһ) һаман да тел осонда тора ытырғандырып-сикәндереп. Хәҙерге ғилемем булһа, яҡын да барылмаҫ ине... сөнки Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән аяты менән сусҡа ите ашауҙан тыйған: "Аллаһ һеҙгә бары тик үләкһә, ҡан, сусҡа ите ашауҙы һәм Аллаһтан башҡа затҡа бағышлап(Бисмилләһи Аллаһу әкбәр тимәй) һуйылған малды харам ҡылды"-, тиелә"Баҡара" сүрәһенең 173-сө аятында.

Беҙҙең 60-70-ләп йорт ҡуяндарыбыҙ, 20-30-лап өйрәктәребеҙ, йыл һайын 10-12-шәр себеш баҫып сығарыусы ике оя ҡаҙҙарыбыҙ, 15-17-ләп баш кәзәбеҙ, бихисап һарыҡтарыбыҙ, 2-3 баш һыйырыбыҙ ҙа була торғайны. Ғаилә ҙур - мул ризыҡ кәрәк. Теге сусҡалар бөтә донъяны һаҫытып, йәйге эҫелә эстәре ярыла яҙып ята торғайны. Ана шул Аллаһ тыйғандан тыйылмауҙың ғилләһелер, тим, беҙҙең ҡуяндар ҙа, йыл һайын себеш баҫып сығарған ҡаҙҙар ҙа, һарыҡ-кәзәләр ҙә яйлап бөттө. Бөрйән баҙарына ҡайҙандыр бер апай һимеҙ-һимеҙ салолар килтереп һата, татарса һөйләшә үҙе. Алалар, хатта бер ағай киҫеп алып тәмләп ҡарап алып торғанын үҙем күрҙем... Тел осома тағы теге тәм... сусҡа ите тәме килде... Ытырғандырып...

 

АЙҺЫЛЫУ ҒАРИФУЛЛИНА

Автор:
Читайте нас