(90 йәшлек әбей ауыҙынан)
- Был да булдымы балнис, бигерәк насар дауалайҙар, бөгөн бигерәк хуже. Кисәге йәш кенә ҡыҙыҡай оҙаҡ итеп, ауырттырып укол яһағайны. Ә бөгөгөһө тиҙ генә һалды, тоймай ҙа ҡалдым. Ахыры берәй төрлө һыу ғына һалғандыр. Был ҡарсыҡҡа ярар тип, миңә тигән уколды блатнойыраҡ кешеләргә яһайҙыр. Был, ҡарсыҡтар һантыйға әйләнеп бөткәндәр, белмәй тиҙәрме икән? Әле бит туҡһаным да тулмаған, ярты йылдан ғына тула. Ә анауҙа ятҡан йәш кенә ҡыҙға көн дә система ҡуялар, ә миңә көн аралаш ҡына.
Ғүмеремдә икенсе тапҡыр балниста ятам! Әле яңыраҡ ҡына райондыҡында яттым. Бына унда яҡшы дауалайҙар. Ун система куйҙылар, бер ус таблетка бирҙеләр. Ә бында? Бында насар . Шулай тип әйткән инем эргәләге карауаттығы ҡатын:
–Әбей, унда яҡшы дауалағас һауығып сыҡҡанһыңдыр, ниңә бында килдең һуң? - тип башты ҡатыра. Бәй, унда «остеохондроз» дауаланылар, арҡам ауырта ине, ә хәҙер аяғым һыҙлай. Тубығым гөптәй шеш, «артрит» тиҙәрме шунда. Туҡһан йәшкә етеп бығаса бер укол да яһатҡаным булмағайны. Ана тағы теге йәш ҡыҙға укол яһайҙар, моғайын табибҡа ауылдан берәй һарыҡ алып килгәндер. Эргәләге ҡатынға шуны әйткән инем, уныһы ла яҡлаша:
-Ул ҡыҙҙың ауырыуы көслө! Хәҙер йәштәр тыумыштан ауырыу булып тыуа, анализдары ла насар. Ә һинең ҡан баҫымың космонавтарҙыҡы шикелле, анализдарың да ҡыҙҙарҙыҡы кеүек! Врачтар белә инде! - ти. Юҡ, юҡ! Минең дә ауырыуым көслө! Миңә лә көндә система ҡуйһындар! Массажды ла әҙ генә яһанылар, лазеры ла тиҙ бөттө. Йөрәгем ауыртмаһа ла дауалаһындар, профилактика өсөн! Мине ҡарарға бала сағам юҡ, үҙемде үҙем ҡарарға кәрәк! Шуның өсөн миңә ауырырға ярамай. Һеҙҙең ярай, үлеп китһәгеҙ йыйған мөлкәтегеҙҙе ҡалдырырға балаларығыҙ бар, ә мин кемгә ҡалдырайым! Юҡ әле, йәшәргә кәрәк.
Ана, тағы күрше палатаға бер ирҙе килтергәндәр, врачтар уның янынан китмәй, уны ғына ҡарайҙар. Туғандары бик яҡшы ғына «төрткәндер», юғиһә обход та яһамай уның янында ултыралар. Ошо уйҙарымды күршем менән бүлештем, ә ул һаман:
- Был ирҙең бер кеме лә юҡ, яңы ғына улын ерләгән икән. Ҡатыны алданыраҡ вафат булған. «Тиҙ ярҙам» машинаһы алып килде үҙен, хәле бик ауыр. Әле генә реанимацияға алып киттеләр - ти. Бына бит ул! Кеше килеп өлгөрмәгән, реанимацияға һалып дауалайҙар, ә беҙгә ноль внимания. Врач әйтә:
- Әбей! Таяҡҡа таянып йөрө, аяҡ быуындарыңа көс төшмәһен! - ти. Ошо йәшемдә нисек итеп таяҡ тотоп йөрөйөм ти, оялмайынса! Ана йәштәр йөрөһөн! Мин таяҡһыҙ ҙа шәп йөрөйөм.
-Нимә! Выписать итәбеҙ! - тиһегеҙме? Нисек инде улай бик тиҙ. Юҡ! Минең аяғым да төҙәлеп бөтмәгән, ҡайтмайым! Өйгә ҡайтып яңғыҙым ни эшләп ултырайым? Бында бит рәхәт, һөйләшергә кешеләр бар. Тыңлайҙармы, юҡмы һөйләйем. Тик ҡайсаҡ әрләп ташлайҙар: «уянһаң телең туҡтамай, йоҡлаһаң хырылдайһың» - тиҙәр. Әрләһәләр ҙә ҡайтмайым! Эргәмә килтереп ашаталар. Почет бит. Туғандар күстәнәс килтерә. Пенсиям да янымда ҡала. Ҡайтмайым! Тағы берәй ай дауалаһындар.