+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
8 Июль 2024, 07:16

Одиссей, Фрида...

Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарға кем тип исем ҡушалар? 

Одиссей,  Фрида...Одиссей,  Фрида...
Одиссей, Фрида...

2024 йылдың башынан Башҡортостанда яңы донъяға килгән сабыйҙарҙың һирәк осраған һәм популяр исемдәрен аталды. Исемлек ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған.

Ҡыҙҙарға һирәк ҡушылған исемдәр: Йәнилә, Дильназа, Любава, Фрида, Оишахон.  Ә малайҙар араһында Арнольд, Рихард, Ансор, Одиссей, Луис Адриан исемдәре бик аҙ.

Республикала Әминә, София, Арина, Ева, Йәсминә кеүек ҡатын-ҡыҙ исемдәре популяр. Малайҙарға йышыраҡ Әмир, Марк, Тимур, Артем, Эмир тип ҡушҡандар.

 

https://www.bashinform.ru/

Автор:
Читайте нас