

Шишәмбе көндө, 13 майҙа, урыны менән күк күкрәп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы фаразлана. Ел төньяҡ-көнсығыштан тыныс, күк күкрәп ямғыр яуғанда көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5,+10°, көндөҙ +10,+15°, көньяҡта +16,+21°.
14 майҙа, республиканың ҡайһы бер райондарында шулай уҡ күк күкрәп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә +6,+11°, көндөҙ +15,+20° градус йылы. Әлегә яҙ һалҡын килә инде. Боронғолар бит "Май һыуыҡ булһа, йыл игенле булыр", тигән. Шуға күрә көндәрҙең һалҡынса тороуын яҡшыға юрайыҡ.
Фото: башинформ