+28 °С
Болотло
Төрлөһөнән
26 Июнь 2025, 07:35

Эльбрусҡа менеү хаҡын 150 тапҡырға арттырырға уйлайҙар

Әстәғәфирулла! Тәбиғәт тыуҙырған һәйкәлдәргә лә хаҡ һалалар... Эльбрусҡа күтәрелеүҙе 150 тапҡырға – 200 һумдан алып 30 000 һумға тиклем – арттырырға йыйыналар. Бының төп сәбәбе – тәртипһеҙ туристар.

Эльбрусҡа менеү хаҡын 150 тапҡырға арттырырға уйлайҙарЭльбрусҡа менеү хаҡын 150 тапҡырға арттырырға уйлайҙар
Эльбрусҡа менеү хаҡын 150 тапҡырға арттырырға уйлайҙар

Милли парк вәкилдәре һөйләүенсә, йыл һайын 10 000 кеше Эльбрусҡа менергә тырыша. Уларҙың бик һирәге генә үҙе артынан сүп-сарын йыйыштыра икән. Туристарҙың күбеһе ҡый-һыйын тауҙа ҡалдыра. Ҡалдыҡтар шул тиклем күп йыйыла, уны Камаздар менән ташырға тура килә ти хатта. Ә юғарынан уны волонтерҙар көсө менән төшөрәләр икән.

Ошоға өҫтәп, Эльбрус боҙлоғо 2010 йылдан алып 200 метрға сигенгән, был иһә стратовулканға йөкләнеште көсәйткән һәм ҡар ташҡындары осраҡтарын арттырған. Шуға "Приэльбрусье" хакимиәте пландарында – туристар ағымын кәметеү һәм шулай уҡ уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн тауға менеүҙе ҡиммәтрәк итеү. Милли паркты улар ваҡытлыса яба йә иһә унда кереүҙе сикләй алмай, шуға хаҡты арттырырға теләй. Ул көньяҡ һәм төньяҡ маршруттар өсөн ғәмәлдә буласаҡ.

Фото: intourist.ru

 

 

Автор:
Читайте нас