

Ир эшенән еппәртә һуғып ҡайтып инә лә, ҡатынын ҡулынан етәкләп, һөйрәкләп тигәндәй, йоҡо бүлмәһенә индереп карауатҡа ауҙара... Ҡатыны шаҡ ҡатҡан! 20 йыл тороп та бындай хәлдең булғаны юҡ!..
Артабан ире ҡатынының өҫтөнә юрған ябып ебәрә! Ике-өс секундтан юрған аҫтына үҙе лә килеп инә лә:
- Ҡара! Дисплейы яна торған сәғәт һатып алдым! - ти.
***
Ике рядовой полиция хеҙмәткәре адрес буйынса барғандар ҙа, аҙ-маҙ хәлде асыҡлағас начальниктарына шылтыраталар, ти.
- Нимә булған унда һеҙҙең?! - тип екерә начальник.
- Үлтерергә маташыу. Ир, 38 йәштә, әле генә йыуылған иҙәнгә баҫҡаны өсөн бисәһе алты тапҡыр таба менән башына һуҡҡан... Ашығыс ярҙам хеҙмәте ирҙе дауаханаға алып китте әле генә...
- Бисәһен ҡулға алдығыҙмы?
- Юҡ әле, иҙән кипкәнен көтәбеҙ!
***
Фатирға саң һурҙырғыстар рекламалаусы килеп ингән дә, ишек эргәһендә үк иҙәнгә үҙе менән тотоп ингән сүп-сарҙы туҙратып ебәргән:
- Әгәр саң һурҙырғысым тап-таҙа итеп һурҙырмаһа, ашап бөтөрәсәкмен!
Хужа ҡатын аш-һыу бүлмәһе яғына атлағанын күреп, сос егет:
- Ханым! Ханыыыым, ҡайҙа киттегеҙ? - тип һорай. )))
- Ҡайҙа-ҡайҙа, аш ҡалағы алып киләм! Кисәнән алып өйҙә ут юҡ!..