

"Һөйләйме?"
Ауылда радио яңы пәйҙә булған йылдар. Ҡытайҙарҙың баш кейеме кеүек, уртаһы артҡа ослайған ҙур түңәрәк ҡара ҡатырғанан һәм "тимер"ҙән ғибәрәт нәмәне "табаҡ радио" тип атай инек. Шул "табаҡ" урамға ултыртылған бағаналарҙағы тимерсыбыҡтарға тоташтырыла һәм йыш ҡына телһеҙ ҡала. Ундай саҡта ағайым бағана башына менә лә сыбыҡҡа сыбыҡ тоташтырылған урындың тутығын игәй.
Шулай бер заман йәнә бағана башына менеп китте. Бер аҙ игәне лә:
— Һөйләйме? — тип һораны.
— Юҡ, — ти атайым.
Ағайым бер аҙҙан йәнә:
— Һөйләйме? — ти.
Шулай бер нисә рәт ҡабатланды. Ағайым, не может быть, тип бағананан төшөп, өйгә керһә, радио шаулап тора. Концерт бара.
— Ниңә алдайһың, һөйләй бит! — тип үпкәләне ағайым.
— Һөйләмәй бит, йырлай! — тине атай ғәҙәтенсә кеткелдәп көлә-көлә. Уға, әлбиттә, беҙ ҙә ҡушылдыҡ.