

Социаль хеҙмәткәр булып ҡыланған мутлашыусылар шылтыратыу барышында күптән түгел өфөлө ханымдың яҡынын юғалтыуын белгән һәм уның ҡайғыһын “оҫта уртаҡлашҡан”. Күп тә үтмәй уға “психологик ярҙам”дан шылтырата башлағандар. Йыуатыу эше ойоштороп, йыйылған аҡсаһын “һаҡлап ҡалыр” өсөн уларҙы “хәүефһеҙ иҫәптәргә” күсерергә күндергәндәр. Ҡаза күргән ҡатын һөйләүенсә, уның психологтар менән аралашыуы бер нисә ай дауам иткән.
“Хәүефһеҙ иҫәп”тәрҙең булмауын, телефондан шылтыратып, аҡсаның ҡайҙа ла булһа күсерергә үгетләүҙең мутлашыу икәнен яҙып, һөйләп, күрһәтеп торалар бит. Әле һаман был хаҡта белмәүселәр бармы икән ни?..
Фото:ysia.ru