+17 °С
Дождь
Төрлөһөнән
14 Июля , 11:20

Ике-өс көн түҙергә кәрәк

Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәгендә яғыулыҡҡа бәйле хәл буйынса брифинг үтте. 

Ике-өс көн түҙергә кәрәкИке-өс көн түҙергә кәрәк
Ике-өс көн түҙергә кәрәк

Баймаҡ, Ҡариҙел, Ҡырмаҫҡалы райондарында заправкаларҙа сираттар ҙур. Ни өсөн шулай? Әллә яғыулыҡ кәменеме? 

Ошо һорауға туа эфир барышында Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко яуа бирҙе:

- Юҡ. Яғыулыҡ һис тә кәмемәне. Бәләкәй АЗС-тарҙың запастары бар ине, улар ике-өс аҙна тирәһе шулар менән һатыулыҡ итте. Ә инде запастары бөткәс, башҡаса бензин килтермәгәндәр. Ә инде ҙур АЗС-тар, киреһенсә, күләмде егермешәр процентҡа арттырҙы. Шунан да күберәк арттыра алмайҙар, сөнки заводтарҙың яғыулыҡ булдырыу буйынса айлыҡ пландары бар. Шуға ла бер аҙ яғыулыҡ етешмәүе күренде. Әммә, хәҙерге мәлдә, бел етешһеҙлекте бөтөрөү өҫтөндә эш бара. Ике-өс көндән хәл тотороҡланасаҡ, - тине ул. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас