+17 °С
Дождь
Төрлөһөнән
14 Июля , 11:14

Салауатта булған хәл яғыулыҡҡа йоғонто яһармы?

Бөгөн Салауаттың сәнәғәт зонаһына дошман БПЛА-ларының ҙур һөжүме кире ҡағылды.

Салауатта булған хәл яғыулыҡҡа йоғонто яһармы?Салауатта булған хәл яғыулыҡҡа йоғонто яһармы?
Салауатта булған хәл яғыулыҡҡа йоғонто яһармы?

Бөгөн, “Башинформ” хәбәр итеүе буйынса, Салауаттың сәнәғәт зонаһына дошман БПЛА-ларының ҙур һөжүме кире ҡағылды. Атып төшөрөлгән пилотһыҙ осоу аппараттары ҡалдыҡтары төшөү һөҙөмтәһендә төтөн сыҡҡан урындар булды.

️ Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәгендә яғыулыҡҡа бәйле хәл буйынса тура эфирҙа был хәлдең яғыулыҡ баҙарына ниндәй йоғонтоһо булыры тураһында әйттеләр. 

Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко һүҙҙәре буйынса, яғыулыҡҡа был бер ниндәй ҙә йоғонто яһамаясаҡ - республикаға яғыулыҡ етәрлек кимәлдә килә, бынан тыш запастар ҙа бар. Министр урынбаҫары шулай уҡ тыныслыҡ һаҡлауҙы, борсолмауҙы һораны. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас