+16 °С
Облачно
Төрлөһөнән
16 Июля , 07:28

Йәшәүҙең тәмен нисек тойорға?

Хәл-әхүәлдәрен белешә торғас, уларҙың барыһы ла тормошона зарланырға керешкән: берәүҙәрҙе биләгән вазифаһы ҡәнәғәтләндермәй, икенселәрҙе – йәшәгән урыны, өсөнсөләрҙе – килеме... 

Йәшәүҙең тәмен нисек тойорға?Йәшәүҙең тәмен нисек тойорға?
Йәшәүҙең тәмен нисек тойорға?

Абруйлы юғары уҡыу йортон тамамлап, төрлө тармаҡтарҙа уңышлы ғына эшләп йөрөүсе йәштәр үҙҙәренең яратҡан уҡытыусыһы булған ҡарт профессорға ҡунаҡҡа йыйылған. Хәл-әхүәлдәрен белешә торғас, уларҙың барыһы ла тормошона зарланырға керешкән: берәүҙәрҙе биләгән вазифаһы ҡәнәғәтләндермәй, икенселәрҙе – йәшәгән урыны, өсөнсөләрҙе – килеме... 
Профессор, элекке уҡыусыларын тыныс ҡына тыңлап ултыра биргән дә, аш-һыу бүлмәһенә йүнәлгән һәм бер аҙҙан өҫтәлгә ҡәһүә ҡойолған төрлө һауыттар сығарып теҙгән. Ҡунаҡтарҙың сосораҡтары йәһәт кенә фарфор, гәлсәр сынаяҡтарҙы алып бөттө, ҡалғандарға арзан быяла стакандар, тимер көрөшкәләр тәтене, ти.
– Иғтибар итегеҙ әле, йәмәғәт, – тигән шунан уҡытыусы, йәштәрҙе ҡыҙыу әңгәмәһенән бүлдереп. – Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренеш булған әлеге ҡыланышығыҙ ысынында – күп кенә бәләләрегеҙҙең нигеҙе. Берәүҙәр, затлы һауытты эләктерҙем, тип уйлап, ҡыуаналыр, икенселәр иһә уларға ҡарап көнләшәлер, кәмһенәлер. Шунлыҡтан күңелдәрегеҙ керләнә, һөҙөмтәлә бер үк эсемлек кемгәлер татлыраҡ һымаҡ тойола, ә кемдеңдер тамағына ла үтмәй. Тормошоғоҙ – ҡәһүә, эш урынығыҙ, байлығығыҙ, йәмғиәттәге дәрәжәгеҙ – һауыт, тип күҙ алдына килтерегеҙ. Тыштан ғына ҡарап, кешенең йәшәйеше ниндәй икәнен бер нисек тә белеп булмай. Ҡайһы саҡта, һауыт менән ҡәнәғәтләнеп, эсемлектең, йәғни тормошобоҙҙоң, ысын тәмен татый алмайбыҙ.
Иң бәхетлеләр – донъя ниғмәттәре өсөн йән атыусылар түгел, ә барына шөкөр итеп йәшәй белеүселәр.

 

Сығанаҡ: https://barakat-ufa.ru/article/yashaytheng-tamen-nisek-toyorga

Автор:
Читайте нас