

Ауыл ситендә, кисеү аръяғында яңғыҙ ғына бер өй тора. Ҡасандыр алтын приискалары гөж килгән саҡта ҙур булған ауыл хәҙер ун биш кенә йорттан тора. Шул өйҙең хужаһы Һиҙиәтулла юғалып, утыҙ йыллап күренмәй. Көҙгө бер эңерҙә уның өйөндә ут ҡабына — бабай ҡайтып төшә.
Һиҙиәтулла — мыҡты, төҙ кәүҙәле ир. Ситтә йәшәп, ҡатынын ерләгәс, тыуған яғына ҡайта. Ул йәш сағында Бибиәсмә исемле ҡыҙҙы өҙөлөп ярата, ләкин ҡыҙҙы Хөснөтдин алдап алып китә. Яңылбикә еңгә ярҙамы менән Бибиәсмәне урлап тигәндәй кейәүгә бирәләр.
Һиҙиәтулла әсәһе менән генә йәшәй, уға тоғро ҡала, өйләнмәй. Ә Бибиәсмә иренең көнсөллөгө, ҡырыҫлығы арҡаһында ауыр тормош кисерә. Уларҙың ҡыҙы Рауза ла бәхетһеҙ яҙмышҡа тарый — йәшләй вафат була.
Йылдар үтә. Хөснөтдин ҡартайғас дин юлына баҫа, мулла булып китә. Бер көндө Һиҙиәтулла ауылға ҡайта. Бибиәсмә уны күреп тетрәнә, күңелендә һүнмәгән хистәр ҡабат уяна.
Һиҙиәтулла уларға килеп йөрөй. Бибиәсмә ауырый башлағас, үлер алдынан уны күрергә теләй. Шул саҡ Хөснөтдин үҙ ғәйебен таный, уларҙың бәхетен боҙғанын аңлап, ғәфү үтенә.
Бибиәсмә Һиҙиәтулланың ҡулын тотоп донъянан китә. Артабан Хөснөтдин дә вафат була. Һиҙиәтулла яңғыҙ ҡала.
Һуңғы ваҡиғаларҙа Бибиәсмәнең ейәндәре яҙмышы күрһәтелә: береһе әртис, икенсеһе Себерҙә. Ҡайғы-хәсрәт, үлем менән буталған хәлдәр араһында яңы тормош та дауам итә — бала тыуа.
Ахырҙа Һиҙиәтулла ла вафат була. Ауыл халҡы уны хөрмәтләп ерләй.
-Ҡыҙҙар оҙаҡ ултырһа ,еҫләнә башлай ул-шул булды ата һүҙе.
Эшләнеп бөтмәгән өйөнә алып ҡайтты кейәү, шунда туй яһанылар. Соландың иҙәне юҡ,түшәлмәгән. Соландың тупһаһынан өйгә ингән тупһаға тиклем бер оҙон сороковка таҡта һуҙғандар ине, шул бер таҡтанан йөрөттөләр ҡунаҡтарҙы. Аш яраштырған ҡатындар, ҡоҙасалар боһорап торған бишбармаҡлы ҡаҙандарҙы ла, самауырҙы ла шул бәүелеп торған таҡта буйлап индерҙеләр, сығарҙылар. Ул һалмыш ҡоҙалар ҡолашып бөткән ҡайҙа шул таҡтанан! Ике бәпес табып бирҙе Раузаһы Рәхмәткә, теге буй таҡта һаман шул килеш ята бирҙе. Рәхмәт тә ҡайны һымаҡ, ыҙалатты ҡатынын, туҡманы. Икенсе баланан һуң ныҡ өҙлөктө ҡыҙҙары. Ныҡ ябыҡты, һарғайҙы,һөтө бөттө. Сире яман булған күрәһең, өлкән улына өс, йәш, бәләкәсе муйыл сиртмәле сәңгелдәктә тулап ҡына ята ине, Раузалары донъя менән бәхилләште. Ҡап-ҡара ҡайғылар Бибиәсмәнең дөм ҡара сәстәрен ап-аҡ көл иттеләр. Ике малай хаҡына сабырҙар булып, йәшәргә, атларға, ҡыбырларға кәрәк. Кесерәйеп ҡалды Бибиәсмә. Хөснөтдин дә бөршәйеп китте. Элекке һымаҡ бисәһен битәрләмәй, йөйһөҙ ерҙән йөй эҙләмәй хәҙер. Ҡуйын һайын берәр ул менән тороп ҡалдылар. Көн күрҙеләр, ғүмер һөрҙөләр. Малайҙарҙы буй еткерҙеләр. Бер улдары әртис булам, тип Өфө китте, бәләкәсе оҙон аҡса артынан Себер юлланды. Хөснөтдин намаҙға баҫты бер көндө. Аят, сүрәләр өйрәнде. Ҡорбанға ла әйтәләр үҙен,йыназаға ла йөрөй,аяттан ҡалдырмайҙар,бәпескә исем ҡуштырһалар ҙа ауылда шул Хөснөтдин муллаға киләләр ҙә торалар. Бына әле Баймөхәммәт тигән егеттең улына исем ҡушып ҡайтып ултырыуы. Урам тышындағы эскәмйәгә Бибиәсмә менән Хөснөтдин ултырғандар ҙа, нимә күреп ҡайтҡан, нимә ишеткәнен бабайы әбейенә теҙеп һөйләп ултыра
-Кем тип ҡушып ҡайттың инде был юлы?
Бибиәсмәһе гәзиткә төрөлгән күстәнәстән ауыҙ итәйем,тип бер йөҙөм ҡабып ебәрҙе.
-Арлан! -Ыстағафирулла! Шулай исем дә сыҡҡанмы?-саҡ йөҙөмө тын буйына китеп барманы Бибиәсмәнең.
-Сыҡҡан икән шул, Бибиәсмә. Мөхәрләм айы бит, Мөхәрләм, тип ҡушайыҡ, тием. Юҡ. Килен тигәндәре ыҡҡа килмәй. Ҡулдарын бөйөрөнә таянып алған да аңҡылдығы сығып тик тора: Арлан була!Апһындары ла, ҡәйнәһе лә әйтеп ҡарайҙар. Минең һымаҡ баһадир табығыҙ ҙа, Мөхәрләм,тип ҡушығыҙ!
-Рамаҙан тиһә ярамағанмы,хатта матур исем. Үткәндә береһенә Абжур ,тип ҡушып ҡайттың түгелме?
-Эйе шул...
Ошо мәлдә эргәләренән һары Москвич елдереп китте лә, кисеүҙе үтеп, Һиҙиәттең өйө тапҡырына килеп туҡтаны. Машинанан ике ир уҙаманы төштөләр ҙә береһе ҡапҡа асырға, тип атланы.
-Кемдәр булыр был?-Хөснөтдин бер ҡулын ҡаштары өҫтөнә ҡуйып, баяғылар яғына текәлде.
-Аһһ!-итте Бибиәсмә, Иҙии...әт...улла ла һа! Ҡайтты...
-Нисек тә?Үлгән, тинеләр бит...
Ҡара һин уны,эңерҙә лә танып ултыра.
-Танымаҫҡа. Һиҙиәтте дөм ҡараңғы ла ла таныйым...-шулай тине Бибиәсмә.
Баяғы йортта ут алдылар! Күҙ алдында балҡыны ла ҡуйҙы шул йорт. Бәлки, ул уттар һүрән генә янғандарҙыр, әммә Бибиәсмәгә улар донъялағы иң сағыу, иң йылы уттар булып балҡынылар. Бибиәсмә өсөн бар Донъя балҡыны ла ҡуйҙы. Хөснөтдин мин минлеген еңә алманы. Һиҙиәтуллаға хәл-хеүәл һорап барманы. Үҙе килер, йәнәһе.Өсөнсө көн тигәндә, Һиҙиәтулла быларға үҙе килеп инде. Картуф алып мәшәҡәтләнә инеләр.
-Ырҙынға бәрәкәт!-тип һөрәнләне Һиҙиәтулла.
-Кәтмән төбө,-тип яуапланы Хөснөтдин.
Үҙе йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте сығарып, ҡулын һоноп килеп,күреште.
-Һаумы, Иҙиәт!-Бибиәсмә ябыҡ, тарамыш ҡына ҡулдарын күлдәк итәгенә ышҡып торҙо ла, ике ҡуллап күрешергә ҡулдарын һондо.
-Самауыр ҡайнаған,-үҙе күҙҙәрен тултырып Һиҙиәтуллаға ҡараған.
Ә үҙенең керпек осонда ғына йәштәре тулышып,бына-бына ғына тамам,тип мөлдөрәшеп торалар.
-Сәпсимгә ҡайттыңмы?-Хөснөтдин һүҙгә ҡушылды-Әбейең менән ҡайттыңмы?
-Әбейҙе ерләп ҡайттым, ҡорҙаш. Сәпсимгә ҡайттым инде -Бибиәсмәнең ҡулдарын ебәрҙе.
-Яңғыҙ әбейҙәр күп ауылда. Кәләш алып ебәрһәң, үҙем йыназа, әәй, тьфү, никах уҡырмын. Мин ней бит әле хәҙер, муллаһы ауылдың. Үҙемә лә берәй йәштән әбей кәрәк ине, дин буйынса беҙгә икәү тейеш,-һүҙ юҡта һүҙ булһын, тип тороуы, Хөснөтдин теүәтәйен сисеп, таҡыр башын шытырҙатып тырнап алды.
-Ээй, ҡыя һейәм, тип тормай, һаман ҡатын һөйләп торған була,-Бибиәсмә кәтмән йыйып Һиҙиәтуллаға һондо
-Ал,Иҙиәт!
Ҡыуанды, сикһеҙ һөйөнөс кисерҙе йөрәге Бибиәсмәнең. Төнөн йоҡо алманы. Шәл бөркәнеп кенә сығып, тыштағы эскәмйәгә ултырҙы Һиҙиәттең өйө яғында ике күҙе. Төнлөктән ҡараған йондоҙҙар, Бибиәсмә һәм кисеү аръяғында Һиҙиәтулла ғына бөгөн йоҡламайҙар.
Ғүмерҙәр аҡты. Бөтә нәмә ап-асыҡ бит был донъяла. Килгәндәр ҡасан булһа ла китәләр, килгәндәре китер өсөн килгәс.Тик берәүҙәрен иртә, бик иртә алып китә шул, йәндәрҙе үкһетеп, бәғерҙәрҙе телеп. Бибиәсмә түшәккә ятты. Арыны ул. Тамсы хәле ҡалманы. Сабыр булып арыны,йәне йылымыс көтөп арыны.
-Иҙиәт инһен,-тине Бибиәсмә.
Һиҙиәтулланы саҡырып килтерҙе Хөснөтдин.Карауат эргәһенә бүкәнен шылдырып ултыртты Һиҙиәт.
-Хәлдәрең нисек, Әсмәү?
-Һорамағыҙ хәлдәремде Хәлем һорарлыҡ түгел...-хәлһеҙ генә көйләне Бибиәсмә.
-Хәлгенәңде нисек кенә еңеләйтәйем, Әсмәм?-Һиҙиәтулла хәсрәт тулы күҙҙәре менән баҡҡан Әсмәһенә.
-Былай ғына ултырып кит. Һине борсоуға һалмам, тинем дә...Әллә нишләп күргем килеп тик торасы, Иҙиәт. (Яратып Иҙиәт тине йәш сағында Бибиәсмә,Әсмәм,тип өндәште Һиҙ иәтуллаһы.)
,,Ясин " тип яҙылған китабын тотоп ултырған Хөснөтдин бер нисә тапҡыр тамаҡ ҡырып алғас, былай тип һүҙ башланы:
-Уландар килеп етмәҫ борон, һеҙҙең алдағы ғәйеп эштәрем өсөн ғәфү һорайым. Тешем ҡыҫып әйтмәй ҡалмайым, һеҙҙең икегеҙ алдында ла ғәйеплемен. Бибиәсмә,күңелең йөйлө лә, яралы һинең. Мин шулай иттем. Кисерә алһаң, кисер. Һеҙҙең бәхетегеҙҙең ҡарағы -мин. Һине үлеп яратҡандан түгел, Һиҙиәттән көнләшкәнем өсөн шулай иттем. Һеҙҙең бәхетегеҙҙән көнләшеп... Кисер, Бибиәсмә, кисерә алһаң. Беҙ икәү ғүмер үтмәнек. Ә шул ғүмер беҙҙең арабыҙҙы ғына үтте, шикелле. Кисер, Һиҙиәтулла...
Иҙиәтуллаһының ҡулын тотоп ҡына ятып үтеп китте Бибиәсмә. Гөрләүектәр гөрөлдөгө сыҡҡан, сыйырсыҡтар ҡайтҡан саҡта гүр эйәһе булды Бибиәсмә. Раузаһы эргәһендә мәңгелек йорто. Хөснөтдин дә китеп барҙы. Бибиәсмәнән саҡ ҡына арыраҡ ята уныһы. Хәҙер Хөснөтдиндең өйө етем булып тороп ҡалды. Әртис егеттең үҙ ғаиләһе бар,ә бәләкәс улдары өйләндеме, юҡмы?Эскеләй, шикелле, тиҙәр уныһын. Альфред исемле өлкәндәре. Әле таңға ғына ҡайтып инде гастролдән. Арып,арманһыҙ булып.
-Шул тиклем алыҫ аралар,саҡ ҡайтып еттек, переброска өсөн берәй ауылда концерт ҡуйып китһәк була бит.
-Ярай, имен ҡайтҡасығыҙ, шөкөр,-ҡатынының биле йыуанайып киткән, -минең көнөм еткән,иртәгә, йә иртәнән һуң табам инде, Алла бойорһа.
-Исем уйланыңмы малайға?-Альфред яһалған сәйен һемерә башланы.
-Ролан, тип ҡушайыҡ. Шаяртам, һин үҙең уйларһың.
Иртә менән телефоны шылтыраны. Альфред уяулы -йоҡоло көйө телефонын һәрмәп алды.
-Инәһеҙ, йоҡоно бүлеп. Алло! Кем был? Әәә, Иршат ағай һеҙме, юҡ, юҡ, уятманығыҙ, дауна торҙом,-райондың главаһы үҙе шылтырата икән.
-Ҡустым,әле оперативка үтте, милициянан шылтыраттылар. Һинең ҡустыңды үле килеш тапҡандар. Әле моргта. Ауылығыҙҙың главаһы бында ине бит, Альфред ҡустыға ярҙам итеп ебәрәйек, ҡәбер ҡаҙһын егеттәрегеҙ, тинем. Ә һин хәҙер милицияға бар, һинән башҡа бүтән туғаны юҡ бит. Материаль ярҙам кәрәкһә, инеп сыҡ.
Пип. Пип. Пип. Элемтә өҙөлдө. Бер ни аңламай ҙа, иҫәүән һымаҡ ултырҙы. Башына һуҡтылармы ни...
-Дәәә. Кәләш. Дим үлеп ҡалған. Әле шылтыраттылар. Мине милицияға саҡырталар.
Сыҡты ла машинаһына ултырып тайҙы Альфред.
-Миңә роддомға...-эсен тотоп тороп ҡалды кәләше.
Эшенә инеп көн һораны, профком шундуҡ аҡсалата ярҙам итеп ебәрҙе, коллегалары ла йыя һалып тотторҙолар, милицияға барҙы, моргҡа, магазиндарға инде, кәфенлек алды, ҡульяулыҡ, таҫтамал,дүрт ирҙәр күлдәге, ауылдың муллаһын табып шылтыратты-бөтәһе лә инерция буйынса бер ниндәй хисһеҙ, тойғоларһыҙ эшләнделәр, ҡустыһының үлеменә һаман ышанмай, ышанғыһы килмәй башҡарҙы . Бер генә нәмә мейене сүкеп тик тора: нишләп эстең? Ҡустыһының кейемдәрен ҡосаҡлап, машина эсенә инеп ултырғайны, телефоны шылтыраны:
-Алло, тыңлайым.
-Альфред ағай, был мин, Морат әле, Димдең дуҫы. Һеҙҙең иртәгә концертығыҙ икән районда, ике пригласительный бирегеҙ әле. Кәләште концертҡа апарам, тип обешайт иттем дә.
,,Суҡынсыҡ, иртәгә концерт бит әле, күсертергә кәрәк," тип уйлап ала үҙе:
-Морат, Дим мәрхүм булып ҡуйған, концерт булмай, ҡәбер ҡаҙалар. Ҡояш байығансы ҡабаланайыҡ, тиҙәрсе муллалар.
-Нисек үлгән,кем үлгән. Дим ней әле генә минең менән һөйләшеп торҙо, универмагта осраттым, курткаһын, телефонын урлатҡан да, куртка алышып бирҙем. Ул әле һеҙгә китәм,тип вокзалға төштө. Ағай,ике пригласительный.
-Да хоть ун пригласттельный. Мин вокзалға!
Вокзалға килһә, ун минут элек ҡуҙғалған автобус.
-Ярай, ҡабаланмайым. Яйлап,яйлап! Ауылға, главаға шылтыратты, кәфенлек, хәйергә тигән төргәген, аҡсаларын моргта ҡалдырып китте:
-Мәрхүмдең туғандарына тапшырырһығыҙ...
-Ҡустым терееее!!!
Альфред ҡыуанысы күкрәгенә һыймай йырлап ҡайтып китте. Дим автобустан төшөп ҡалды ла такси алды, ямғыр һибәләп торасы. Геүләп такси килеп туҡтаған тауышҡа килен балаҡай ҡапҡа асайым, тип сыҡһа, ҡәйнеше инеп килә.
-Еңгәй, һаумыһығыҙ!
Килен ап-аҡ булды ла, һушын юйып инде ҡолап бара, ҡәйнеше ярай тотоп өлгөрҙө. Геүләп Альфредтың машинаһы килеп туҡтаны.
-Ағай, тиҙ бул, ҡайҙа йөрөйһөң, еңгәй үлеп бара, шикелле, ҡоланы ла ҡуйҙысы.
-Нишләп бөтәгеҙ ҙә бөгөн үләһегеҙ???
Альфред үҙ ауыҙынан ни сыҡҡанын аңлар хәлдә түгел. Киленде тейәнеләр ҙә, бала тыуҙырыу йортона алып киттеләр. Малай тыуҙы! Дим милиция юлында йөрөп алды, ҡасан, кем, нисек, ниндәй шарттарҙа курткаң юғалды? Әллә күпме ҡағыҙҙарға ҡултамға ҡуйып ҡайтты.
Димгә тип ҡаҙылған ҡәбер Бибиәсмәнең ҡәберенә яндап ҡаҙылған ине. Ярай, ташҡа яҙыу яҙып өлгөрмәгәндәр. Аптырашып, елкә тырнашып торҙо ирҙәр зыяратта.
-Тәмәке көйрәтә тороғоҙ, Һиҙиәт ағайға барып, кәңәшәүәйт итеп киләйем, тине бер ир, үҙе шәп итеп атлап түбәнгә төшөп китте, шундуҡ ҡына кире әйләнде:
-Һиҙиәтулла ағай үтеп киткән...
Ауылдаштары Һиҙиәтулла ағайҙы ҡәҙерләп ер ҡуйынына тапшырҙы.
Сулпан Абдрахимова. Бәләбәй хәбәрҙәре. 22 июнь 2024