+23 °С
Ясна
Төрлөһөнән
20 Июль , 02:34

АҠТАУҘЫҢ АҠ БАЛСЫҒЫ

Бөгөн Ғәлимйән машинаһын киртләс-киртләс булып һуҙылған тауҙарға табан йүнәлтте. Тирмән буйындағы иҫке кисеүҙе сыҡҡас, таныш булмаған ташландыҡ юл башланды. Әһә, аҫтағы уйһыу ерҙе йәшелсә баҡсаһы иткәс, хәҙер Аҡтау яғына ошонан йөрөйҙәр икән, тип уйланы ул. Ләкин бер аҙҙан әлеге юл урман эсенә инде лә китте. Ғәлимйән, машинаһын туҡтатып, тәүҙә бер аҙ нимә эшләргә белмәгән һымаҡ ултырҙы. Кире боролорға ла уйлағайны, ләкин ҡаршылағы аҡ түбәле тау уның күңелен үҙенә тартты. Юлһыҙ ерҙән бер аҙ барғас, машина, ахыр сиктә, туҡтаны.

АҠТАУҘЫҢ АҠ БАЛСЫҒЫАҠТАУҘЫҢ АҠ БАЛСЫҒЫ
АҠТАУҘЫҢ АҠ БАЛСЫҒЫ

Хикәйә

 

Ғәлимйән быйыл тыуған ауылына үҙенең өр-яңы машинаһында ҡайтып төштө. Ҡасандыр ялан аяҡ йөрөгән һәм үләнендә аунап үҫкән төйәген күрһәтергә улын да алып килгәйне ул.

Әсәһе бынан биш йыл элек донъя ҡуйғас, ауылға ул юл ыңғайында ғына һуғылып китә ине. Был юлы байтаҡ торҙо. Әсәһенең ҡәберенә таштан матур итеп һәйкәл ҡуйҙы, рәшәткәләрен буяп ебәрҙе. Мәрхүмәне иҫкә алыу хөрмәтенә, ололарҙы йыйып, һый-хөрмәт ойошторҙо. Ә Өфөгә ҡайтып китер алдынан улы менән туҡтауһыҙ юлда йөрөр булды. Яҡын-тирәләге үҙгәрештәр ҡыҙыҡһындырҙы уны. Эйе, һуңғы йылдарҙа бында ла тәбиғәт күрке ҡайта төшкән. Ҡасандыр билдән үлән менән ҡапланған туғайлыҡтар танымаҫлыҡ хәлгә килгән. Туғыҙтимер йылғаһы буйында өйкөм-өйкөм булып үҫкән аҡ тирәктәр һәм еректәр һирәгәйеп ҡалған. Элек шырлыҡ булған Тирмән буйы хәҙер үтәнән-үтә күренеп тора.

Бөгөн Ғәлимйән машинаһын киртләс-киртләс булып һуҙылған тауҙарға табан йүнәлтте. Тирмән буйындағы иҫке кисеүҙе сыҡҡас, таныш булмаған ташландыҡ юл башланды. Әһә, аҫтағы уйһыу ерҙе йәшелсә баҡсаһы иткәс, хәҙер Аҡтау яғына ошонан йөрөйҙәр икән, тип уйланы ул. Ләкин бер аҙҙан әлеге юл урман эсенә инде лә китте. Ғәлимйән, машинаһын туҡтатып, тәүҙә бер аҙ нимә эшләргә белмәгән һымаҡ ултырҙы. Кире боролорға ла уйлағайны, ләкин ҡаршылағы аҡ түбәле тау уның күңелен үҙенә тартты. Юлһыҙ ерҙән бер аҙ барғас, машина, ахыр сиктә, туҡтаны.

– Бына килеп еттек, – тине Ғәлимйән, иркен тын алғас.

Тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып килгән Илгиз, хәҙер тирә-йүндә шөкәтһеҙ тауҙан башҡа бер ни ҙә күрмәгәс, ризаһыҙлығын белдерҙе.

– Атай, һин мине әллә ҡайҙа алып килдең...

Әйҙә, төш машинанан. Тауҙың түбәһенә менгәс күрерһең.

Атаһы менән Илгиз дә машинанан сыҡты, ләкин һөйләнеүен дауам итте:

– Атай, унда нимә бар миңә?

Үҙ һүҙле улына Ғәлимйән:

– Теләмәйһең икән, ултыр ошонда, – тип ҡулын һелтәне лә китеп барҙы. Малай һирәк-һаяҡ селектәр менән генә ҡапланған яланғас тауға атаһының нисек күтәрелеүен күҙәтергә кереште. Оҙаҡламай атаһы бөтөнләй күҙҙән юғалды. Илгиз, уны күрергә теләп, аяҡ өҫтө баҫты, ләкин бер ни ҙә шәйләй алманы. Шул саҡ уның күңелен ниндәйҙер шомло уйҙар биләп алды. Бынау ҡотһоҙ тауҙа ниндәй йәм тапты икән атаһы?

Оҙаҡламай атаһының таныш һыны яңынан күренде. Илгиз уны биҙаланып ҡаршыланы:

– Һин әллә ҡайҙа киттең дә юғалдың.

– Ниңә ҡалдың бында, бергә барырға кәрәк ине. – Атаһы ҡырт ҡына киҫте. Ғәжәп, уның холҡо ла, йөҙө лә ҡапыл үҙгәргән кеүек, хатта күҙлек аша һәр саҡ тыныс ҡараған ҙур күҙҙәре эскә батҡан, ә төклө яңаҡтары тут баҫҡан һымаҡ ине.

– Улым, мин һине бында юҡҡа ғына алып килмәнем,– тине Ғәлимйән, үпкәләгән һымаҡ.– Ҡәһәрле һуғыш ваҡытында беҙҙе туйҙырған тау ул... – Улының шикләнеберәк ҡарауын күргәс, Ғәлимйән һүҙен дауам итте: – Тап һинең һымаҡ ун ике йәштәр тирәһендә Әхтәрйән ағайым менән, бәләкәй арба һөйрәп, ошонда аҡ балсыҡҡа килә торғайныҡ...

– Ул балсыҡты ни эшләтә инегеҙ? – тип ҡыҙыҡһынды Илгиз.

– Алып ҡайтабыҙ ҙа, һыуҙа ебетеп, май кеүек итеп йомарлап, баҙарға алып барып һата инек, – тип һүҙен дауам итте Ғәлимйән. – Йә берәй ризыҡҡа алмаштырып ҡайта торғайныҡ.

Атаһы был хаҡта элек бер ҙә һөйләгәне юҡ ине. Туғандарынан һуғыш ваҡытында бер телем икмәккә тилмереп йәшәгәндәрен генә Илгиз ишеткәне бар.

Ғәлимйән үҙенең тауға бәйләнгән яҙмышын түкмәй-сәсмәй һөйләп биргәс, Илгиз күп нәмәне аңланы. Бына ни өсөн тартылған икән атаһының күңеле был серле тауға. Хәҙер инде Аҡтауға күтәрелмәгәнгә уңайһыҙланып, шул яҡҡа ҡаранғанда:

– Ярар, ҡуҙғалайыҡ! – тине атаһы, тынлыҡты боҙоп. – Кискә, бәлки, Өфөгә лә ҡайтып китербеҙ әле.

Машина тауҙан алыҫайғандан-алыҫайҙы, ә Илгиз үҙен һаман да шул Аҡтауҙа ултырған төҫлө тойҙо.

... – Ул хәтәр йылдарҙа лә кешеләр матурлыҡҡа, сафлыҡҡа ынтылды, – тип һөйләне атаһы Илгизгә.– Йәшәүе еңелдән түгел ине, әммә уларҙың өйҙәре, донъялары ҡотло булды. Урындыҡтар төҫлө-төҫлө юрған-мендәрҙәр менән биҙәлде. Әйтерһең дә, улар көрәшселәрҙе көттө, ә түр яҡтағы сигелгән һөлгөләр һәм таҫтамалдар еңеүселәргә әҙерләп ҡуйылған бүләктәр ине.

Ә өй эсендәге мейес һуң... Ул йорттоң бер ҡото түгел инеме ни! Эсендә тәмле ризыҡтар бешмәһә лә, иң ҡәҙерле ҡаралты һанала ине мейес. Уны ошо йортта хужа булып әүерелгән малайҙар – ун дүрт йәшлек Әхтәрйән менән ике йәшкә кесе мин, Ғәлимйән, алып ҡайтҡан аҡ балсыҡ менән аҡлап ебәрһәң, бөтә өй яҡтырып киткән кеүек була ине.

Көндәр матурланып, мал-тыуар үләнгә морон төрткәс, был тирәлә балсыҡ өйҙәрҙе аҡлау йолаһы бар ине. Бына шул саҡта беҙҙең кәсепкә юл асылып ҡала.

Берҙән-бер көндө ағайым менән Аҡтауға барырға әҙерләндек. Был юлы күрше Ғәзиз ағай менән уның ҡустыһы Әмирҙе лә эйәртергә булдыҡ. Алып ҡайтҡан аҡ балсыҡты эш иткәндән һуң, ағайҙар йәкшәмбе көн һары таңдан Туғыҙтимер баҙарына барырға һөйләштеләр. Улар Әмир менән мине лә үҙҙәре менән алырға вәғәҙә иттеләр. Шуға күрә лә беҙ аҡ балсыҡҡа дәртләнешеп китеп барабыҙ. Бәпкә үләне түшәлгән юлдан юртаҡ аттар киләме ни! Үҙебеҙ ағайҙар менән шаярып та алабыҙ: һарҡыу башланды иһә, тәртәне тегеләргә ҡалдырып, арбаға менеп ултырабыҙ. Шул саҡ ағайҙар йүгереп киткән булалар. Улар беҙҙең хәйләгә асыуланмайҙар, хәлебеҙҙең алда кәрәклеген беләләр.

Таҡы-тоҡо ғына тамаҡ туйҙырып йөрөгән кешеләргә арба тартып аҡ балсыҡҡа барырлыҡ көс-ғәйрәт ҡайҙан килгәндер инде. Күрәһең, ҡырмыҫҡа һымаҡ көслө булғанбыҙҙыр.

Ул йылда аҡ балсыҡҡа тәүге мәртәбә китеп барыу ине. Шуғалыр инде Аҡтауҙың һырлы-һырлы сал түбәһе офоҡта ҡалҡып сыҡҡас, йөрәгем дарҫлап тибә башланы. Теге ваҡыт, иртә яҙ менән, аш бешерергә кесерткәндән мәхрүм булып ҡалғандағы һымаҡ, күңелем тулҡынланып китте. Ысынлап та, ҡапыл ғына ҡара ергә аяҡ баҫҡас, көллө халыҡ һутлы үләнгә ябырылғайны, минең кесерткәнлегемде лә тунағандар ҙа ҡуйғандар. Эй был сәйер күңел! Әле лә, аҡ балсыҡтан тороп ҡалмайым тип, әллә ниҙәр кисерә.

Уйҙарымды арттан ишетелгән тауыш бүлде:

– Ғәлимйән, туҡта әле!

Ағайым тәртә араһынан юл өҫтөнә сыҡты ла, төҫһөҙ күлдәгенең салғыйына эйелеп, битен һөрткөләне. Унан, яҫы ҡулын сирышҡан ҡаштары өҫтөнә ҡуйып, ҡояшҡа бағып алды һәм, күрәһең, һауала сыр-сыу килгән буҙ турғайҙарҙы эҙләне. Арттараҡ ҡалған юлдаштарыбыҙ ҙа беҙҙең янға килеп туҡтаны.

– Әллә анау күләгәлә тамаҡ ялғап алабыҙмы, Әхтәрйән? – тине Ғәзиз ағай, иренен ялай-ялай.

Ағайым сабыр итергә ҡушты.

– Аҡтау аҫтындағы шишмә буйында туҡталырбыҙ. Бына ғына ер ҡалды бит.

Эре аҡһыл таштар араһынан терегөмөштәй йылтырап сығып ятҡан шишмә янына килеп туҡтаныҡ. Уның тирә-яғы күпереп торған мүк менән ҡапланған. Ағайҙар арбалағы тоҡсайҙарҙы сискән арала, беҙ Әмир менән үлән өҫтөнә ауҙыҡ та тәкмәс ата башланыҡ.

– Эй, кәзә бәрәстәре, китегеҙ тегендәрәк, – тип ағайым ҡояшта уңып бөткән иҫке пинжәген йәйгәс, табын эргәһенә килеп сүктек. Ағайҙар беҙгә тары икмәгенән өлөш сығарғансы, беҙ шешәләрҙәге һөттө бер-ике уртлап та өлгөрҙөк. Ашала торған ризыҡтарҙы ослап ҡуйғас, ағайҙар үлән өҫтөнә һуҙылып ятып нимәлер хаҡында гәпләшергә тотондо. Беҙ, шишмә һыуы килтереп, тегеләрҙе һыйлап алдыҡ, шунан ағайым ҡапыл ғына тубыҡланып ултырҙы:

– Арбаларҙы өҫкәрәк мендерәйек. Аҡ балсыҡты йәшниктәргә ташырбыҙ, – тине ул беҙгә.

Арбаларҙы тау итәгенә ҡалдырҙыҡ та, көрәк-күнәктәрҙе алып, түбәгә күтәрелдек. Бына ул беҙ күҙ атып килгән аҡ балсыҡ соҡорҙары. Минең былтырҙан бирле бында булғаным юҡ ине. Хәҙер арыу ғына ерҙең ҡыртышы алынған. Аҡтау тиһәң дә, үҙенән-үҙе ишелеп сыҡмай бында аҡбурҙай аҡ балсыҡ. Шуғалыр ҙа тауҙы төрлө ерҙән тишкеләп бөтөргәндәр, хатта ҡайһы бер урында мәмерйәләр хасил булған.

Ҡаранып йөрөй торғас, ситтәрәк бер бәләкәйерәк соҡорҙо ҡаҙа башланыҡ. Бер аҙ тупраҡ ырғытҡас, ағайым аҡ балсыҡ саңын усына һалып, төкөрөкләп иҙҙе лә иғтибар менән ҡараны.

– Хәҙер тейәргә була, – тине ул, эшенә ҡәнәғәт кеше һымаҡ. – Һеҙ, мырҙалар, күнәктәргә тултырып тороғоҙ, ә беҙ Ғәзиз менән йәшниккә ташыйбыҙ. Ҡарап һалығыҙ, штобы ҡомлоһо эләгеп ҡуймаһын.

Мин тығыҙ ҡатлам булып ятҡан аҡ балсыҡты көрәгем менән соҡойом, ә Әмир, тубыҡланып, һоҫҡоһо менән күнәктәргә тултыра, үҙебеҙҙе сихри тау ҡуйынындағы һымаҡ хис итәбеҙ. Еләҫ ышыҡта танауҙарҙы ҡытыҡлап ниндәйҙер сафлыҡ бөркөлә. Ағайҙарҙың килеүенә күнәктәрҙе тултырып ҡуябыҙ. Эш шулай һәйбәт кенә барғанда, ағайым күнәктәге балсыҡты ергә түкте.

– Ҡомлоһо сыҡҡан, һуңынан бәләле булырһың, – тип ул минән көрәкте алды ла төпкәрәк инеп ҡаҙып ҡараны, миңә балсыҡты шунан алырға ҡушты. Ул күрһәткән урындан мин ҡаҙам, ә Әмир тултыра башланы.

Ағайҙар килеп өлгөрмәһә, Әмир ике ҡуллап күнәкте тышҡа һөйрәй. Ә мин соҡоуымды ғына беләм.

Бына ул буш күнәге менән яныма килә, ә мин һаман эстә көрәп маташам. Сөнки, ағайым әйткәнсә, аҡ балсыҡтың иң ағын, ондай йомшағын тултырғым килә минең. Шуға, бер нәмә лә уйламайынса, төпкәрәк үтергә тырышам.

Бына бер саҡ ҡапыл ҡот осҡос тауышҡа һиҫкәнеп киттем.

– Ғәлимйән!..

Мин әйләнеп тә ҡараным, күҙ алдарым ҡараңғыланып та китте. Өҫтәмә ҡалын тупраҡ ишелеп төштө. Мин соҡорҙан сығып өлгөрә алмай ҡалдым. Ҡапыл бар донъя яҡтырып киткәндәй булды. Утлы ҡояш баш осомда ғына торған төҫлө. Мин уны тоторға теләйем, ләкин ҡулдарым, ни хикмәт, һис йөрөмәй, гүйә, ҡаҙаҡлап ҡуйғандар. Улай ҙа булмай, ҡояш минән алыҫлаша, күҙ алдарым томалана башланы. «Китмә, ҡояш! Китмә! һин киткәс, миңә ни ҡала!» – тип һөрән һалғым килә минең, ләкин тауышым да, өнөм дә сыҡмай. Ҡояш мине тыңламаны, үҙ юлынан китеп барҙы. Ҡалғанын бер нәмә лә белмәйем дә, иҫләмәйем дә...

Тау башында сәсен йолҡорҙай булып һөрәнләгән Әмирҙең тауышына ағайҙар кем уҙарҙан йүгереп килеп етә.

– Ғәлимйәнде ер баҫты! Ҡаҙа һалығыҙ!.. – тип илай-илай ҡысҡырған Әмирҙән былар таптыралар:

– Күрһәтә һал, ҡайһы ерҙә ҡалды?!

– Бына ошонда.

Өйөлөп ятҡан тупраҡты ағайҙар ҡулдары менән ашыға-ашыға ҡаҙа башлайҙар. Әмир ҙә, һушына килеп, ололарға ярҙамға килә. Ул Әхтәрйән ағайымдың: «Эй, мырҙаҡайым!.. Эй, мырҙам! Харап була күрмә инде!..» – тип өҙөк-өҙөк сеңләүен ишеткәс, ҡомда ҡыҙынғандағы һымаҡ, ерҙе түше менән ышыра. Шул саҡ кемдер берәүһе: «Бына кейеме күренде!» – тип ҡысҡырып ебәрә.

– Тәүҙә башын сығарайыҡ!

– Әмир, һин аяҡ яғына бар!

– Тиҙерәк, тиҙерәк!

Әмирҙе тиҙ генә һыуға йүгертәләр.

Ул шишмәнән килгәндә, ағайҙар мине тау итәгенә һуҙып һалып, танауым эсенә, ауыҙға, ҡолаҡтарыма тығылған тупраҡты таҙартып маташҡандар. Минең йөҙөм танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, хатта шешенеп киткән.

– Бирә һал һыуыңды! – Әхтәрйән ағайым ер төҫөнә ингән күлдәгенең итәген шатыр-шотор йырта ла, сепрәкте һыуға манып, минең битемде һөртөргә тотона. Ә Ғәзиз ағай, ҡулымды тотоп, батҡан кешене һушына килтергәндәге һымаҡ, төрлө хәрәкәттәр яһата.

Бер туҡтауһыҙ «мырҙа» тип, йоҡлап ятҡан кешегә өндәшкән һымаҡ, төрткөләй торғас, ахыр сиктә, минең күҙ ҡабаҡтарым тартылып ҡуя.

Иҫемә килгәс, тәүге һүҙем булған: «Һыу-у-у... бире-геҙ!..» Береһе башымды ҡалҡытып, икенсеһе иренемә һалҡын һыу һалған, һыу йотоп, зәңгәр күк көмбәҙенә баҡҡанмын... Шул саҡ бая мине ташлап киткән ҡояш хәтеремә төштө. Тик ул ысын ҡояш булмаған... Ниһәйәт, иҫән ҡалыу шатлығынан күҙемде йомғанмын, балсыҡҡа буялған сикәләремдән әсе күҙ йәштәрем тәгәрләгән.

Мине етәкләп аҫҡа алып төшкәндәр. Ағайым аҡ балсыҡ менән тулған йәшникте селек араһына ауҙарған да мине арбаға мендереп ултыртҡан.

Хәтеремдә, кисеүгә еткәнсе, мин ҡәҙимге булдым. Үр башланғас, арбала нисек түҙеп бармаҡ кәрәк. Төшөп ҡалдым да башҡа ултырмаясағымды әйттем.

– Арымаҫһыңмы, мырҙа? – тине ағайым, шикләнгән төҫлө.

– Юҡ, ағай, шәбәйҙем, шикелле.

– Улайһа, арбаны тегеләрҙекенә тағабыҙ ҙа уларға һөйрәшәбеҙ, – тине ағайым, туҡтарға ҡушып.

Шулай хитлаша торғас, ауылға ҡайтып еттек. Әсәйем төштән һуң эшкә китергә тора ине. Беҙҙе күргәс, ул ҡаршыбыҙға йүгереп килде.

– Ниңә оҙаҡланығыҙ, балалар, әллә бер-бер хәлгә осранығыҙмы? – тине ул, һағайып.

Бәләгә тарыуыбыҙ йөҙөбөҙгә сыҡҡайны. Шуға күрә бер ни ҙә йәшереп булманы. Ағайым, арбаның тәртәһен ергә ырғытып:

– Мырҙамды саҡ юғалтманым, әсәй, – тип бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Ә мин алйыған кеше кеүек ҡатып ҡалдым. Шул саҡ ҡапыл әсәйемдең мине ҡосаҡлап алыуын, башымды, битемде үбеүен һиҙҙем.

Беҙ, өс йән, был донъяла иң бәхетле кешеләр һымаҡ, өйөбөҙгә йүнәлгәс, ағайым оло кешеләр һымаҡ һөйләнде:

– Әсәй, балсыҡ һатам тип, инде ауыҙымды ла асмайым.

– Ярар, балам, ярар, астан үлмәбеҙ әле,– тип әсәйем ағайымдың һүҙен ҡеүәтләне.

Шул саҡ урамда арба һөйрәп килгән Ғәзиз ағай менән Әмир дуҫым күренде. Улар алып ҡайтҡан аҡ балсыҡтан беҙгә лә өлөш сығарғандар икән. Икенсе көндө әсәйем өйөбөҙҙө, мейесебеҙҙе ялт иттереп аҡлап ҡуйҙы. Беҙҙән һуң Ғәзиз ағайҙарҙың да, күрше-күләндең дә өйҙәре, яңы күлдәк кейгән төҫлө, урамыбыҙҙы балҡытты.

Шунан һуң, ысынлап та, беҙ ағайым менән Аҡтауға аҡ балсыҡҡа йөрөүҙән туҡтаныҡ. Уның кәрәге лә ҡалманы, сөнки тиҙҙән ҡәһәрле һуғыш бөттө... Кешеләр, аҡ балсыҡ кәрәкһә, үгеҙ, унан ат менән йөрөй башланы...

Атаһы һөйләргә һүҙе бөткәнен белдергән һымаҡ, ахыр сиктә:

– Беҙҙең бала саҡ шулай үтте инде. Һеҙгә ундай ауырлыҡтарҙы күрергә яҙмаһын, донъялар имен торһон,– тине лә, ауыр көрһөнөп, бөтөнләй тынып ҡалды. Машина эсендә тәрән тынлыҡ урынлашты. Тик мотор ғына бер аҙ геүләй ине.

Илгиздең уйҙары һаман да шул атаһы һөйләгән ваҡиға эсендә сыуалды ла сыуалды. Тетрәткес ваҡиға!.. Уның ҡәҙерле атаһы шул тауҙа саҡ-саҡ һәләк булмай ҡалған бит... Әгәр ул яҙыусы булһа, хәҙер үк ҡулына ҡәләм алыр ҙа бөтәһен дә ҡағыҙҙа һүрәтләр ине. Шуны аңлаған һымаҡ, Илгиз Ғәлимйән ағайға һыйыныбыраҡ ҡуйҙы ла:

– Атай, һин мине ғәфү ит, – тине.

– Ә-ә-ә? – Ғәлимйән тертләгән һымаҡ ҡаранды. Күрәһең, уның да күңеле шул алыҫтағы һағыштарҙан арына алмай хитланалыр.

Илгиз һүҙҙәрен ҡабатланы.

– Ни өсөн? – тине атаһы.

– Һинең менән Аҡтауға күтәрелмәгән өсөн... Икенсе килгәндә, мин унда теләп менәсәкмен.

– Уны аңлағас, ярар инде, улым. Тик биргән һүҙеңде онотма!..

Шул саҡ, сәйәхәттең тамам булыуын белдергән төҫлө, буйҙан буйға теҙелеп киткән ауыл өйҙәре машина тәҙрәһе аша артҡа йүгерә башланы.

Раил БАЙБУЛАТОВ.

Автор:
Читайте нас