

Гөлдәр Кәримова. Баймаҡ ҡалаһы.
Беренсе уҡыу көнө
Тәүге тапҡыр уҡыуға барып, беренсе сентябрҙә бер алып ҡайтҡан кеше мин генәлер ул бөтә Башҡортостанда. Илдә булмаһа әле.
Энәнән-ептән кейенеп, сәсемде сикәләп үрҙертеп, һап-һары ғына матур портфелемде тағып, осоп-ҡунып тигәндәй барҙым мәктәпкә. Тик ҡыуанысымды боҙоп, эсемде бошороп торған бер нәмә бар. Бер көн алдан ғына әхирәтем, ун йыл буйы бер партала ултырып уҡырбыҙ тип һүҙ бирешкән Ләйлә менән пыр туҙып әрләшкәйнек. Хәҙер кем менән ултырам инде тип уйлап киләм. Әсәйем менән етәкләшеп класс ишегенән ингәс, аптырап ҡалдым. Башҡа балалар иртәрәк килеп, парлашып ултырышып бөткәндәр. Иң артҡы партала ултырыусы малай эргәһендә генә урын буш. Аръяҡтыҡылыр инде, унан башҡа тағы ике мин белмәгән малай ултыра күҙҙәре йызылдашып.
Ә Ләйлә миңә һауалы ғына ҡарап, беҙҙең урамдың иң осонда йәшәгән Гөлнур менән беренсе рәттең иң алғы партаһында ултыра. Мин аптырап торған арала әсәйем күп уйлап торманы, беләгенән тотоп Гөлнурҙы торғоҙҙо ла:
-Бар һин анау малай эргәһенә ултыр, – тип мине Ләйлә эргәһенә ултыртты.
Ул арала йәш кенә уҡытыусы апай килеп инеп үҙе менән таныштырҙы ла дәресте башлап балаларҙың белемен тикшерә башланы. Ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ, кем нисәгә тиклем һанай белә. Ләйлә лә мин дә йөҙгә тиклем һанай беләбеҙ. Апайҙарҙан отоп алып шиғырҙар ҙа һөйләйбеҙ. Тик әле беҙҙә дәрес ҡайғыһы юҡ, Ләйлә парта аҫтында партизан һуғышы асып ебәрҙе. Ипләп кенә төрткөләшәбеҙ, семтешеп тә алабыҙ. Ул ғына етмәгән сумкаһының йоҙағын аса торған нәҙек кенә осло сөйө менән ҡулыма сәнсә башланы. Бер килке түҙеп ултырҙым да, бер ҡулым менән муйынынан ҡосаҡлап, икенсе ҡулымды йоҙроҡлап башына тондорҙом. Үҙе минән бәләкәй бер башҡа. Һуғыуым булды:
-Апай, Гөлкәй һуға, – тип ҡысҡырып та ебәрҙе.
-Баҫ, -тине миңә уҡытыусы апай, - ҡалай һин тәртипһеҙ ҡыҙһың. Ултыр! Бер!
Артабан Ләйлә “Кремль сәғәте” шиғырын һөйләп, дүрт алды. Минән һорамағас, тик кенә ултырҙым. Күңелемә бик ҡыйын булды.
Мәктәптән сығыуға беҙҙе ҡаршыларға апайҙарыбыҙ килгән ине. Ләйлә тупһанан уҡ: “Гөлкәй бер алды, мин дүрт алдым”, - тип ҡысҡырҙы.
-Эшкинмәгән, – тине лә апайым, мине лә көтмәй ҡайтып китте. Ләйлә миңә эре генә ҡарап, апайы менән етәкләшеп атланы.
Бына шулай тамамланды минең өсөн беренсе уҡыу көнө. Ул мәлдә ҡыҙыҡ түгел ине, хәҙер иҫемә төшһә бик ҡыҙыҡ тойола.