+18 °С
Ясно
Төрлөһөнән
21 Июля , 17:25

Үкенеү

Тик бер мәл барыһы ла үҙгәрә. Юҡ, улар бер-береһен яратыуҙан туҡтамай, әммә араларынан ниндәйҙер ҡара һыҙат үтә кеүек. Бәлки, күҙ тейгәндер — билдәһеҙ. Яратышҡан пар яйлап алыҫлаша. Нимә булғанын үҙҙәре лә аңламай.

ҮкенеүҮкенеү
Үкенеү

Эх… был ваҡыт тигән нәмә… Ҡайҙа ашыға икән ул? Әллә кешеләргә үҙенең бер ҡасан да етмәгәнен аңламаймы икән? Аңлайҙыр. Ә аңлаһа, ниңә бер аҙға ғына туҡтап тормай икән? Эх, шул ваҡыт! Ниңә беҙ, кешеләр, уны туҡтата йәки кире ҡайтара алмайбыҙ икән? Күрәһең, тәбиғәт шулай яралтҡан. Беҙ кешеләр быға килешергә тейешбеҙ. Тик ҡайһы саҡта ваҡытты туҡтатҡы йәки кире ҡайтарғы килә. Әгәр ваҡытты кире ҡайтарып булһа, беҙ үҙ хаталарыбыҙҙы төҙәтә алыр инек. Тик юҡ шул — ваҡытты кирегә бороп булмай.

 

Рәмилә менән Тимурҙың танышыуы бик сәйер башланып китте. Мәктәптән ҡайтып килгәндә, интернет селтәрендә дуҫыма хат килә. Арығанлыҡтан, кәйефе лә булмағанға, ул был хатҡа әллә ни әһәмиәт бирмәй. Икенсе көндө мәктәпкә барғанда, Рәмилә тағы бер хат ала. Был юлы ул уны асып ҡарарға була. Хат уны әллә ни аптыратмай — ғәҙәти генә хәбәр: «Танышайыҡмы, һылыуҡай?» Рәмилә әле был кешенең уның тормошонда ҙур урын аласағын белмәй ине. Дуҫым: «Әйҙә, танышайыҡ», — тип яуап яҙа. Шулай итеп, был ғәжәйеп матур пар танышып китә.

 

Тимур оҙаҡ көттөрмәй — тиҙҙән дуҫымдың телефон номерын таба, артабан ҡайҙа йәшәгәнен дә белә. Уларҙың тәүге осрашыуы танышҡандарына ярты йыл үткәс була. Ышанмаҫһығыҙ — улар бергә боҙҙа шыуырға сыға. Шул мәлдән дуҫым мөхәббәт ялҡынына сумып китә. Тимур ысын баһадир була. Ул дуҫымды сабырлығы, тыйнаҡлығы, аҡыллылығы, тәрбиәлелеге менән үҙенә йәлеп итә. Тимур һәр ваҡыт һүҙгә оҫта, тоғро дуҫ, хәстәрлекле ағай кеүек һәм эш һөйөүсән кеше булып ҡала. Хатта магазинда ла ул ололарҙы алдан үткәреп, ихтирам күрһәтеп йөрөй.

 

Был хәтирәләр Рәмиләнең күңелендә тәрән эҙ булып ҡала. Ул күҙ йәштәрен йәшерә алмай. Уға бик ауыр. Ул тормоштоң йәмен юғалтҡан. Уның ваҡытты туҡтатып, үткәндәргә ҡайтаһы килә. Тик… юҡ шул… кешеләр ваҡытты кирегә бора алмай.

 

Тимур менән Рәмилә бер-береһен яратыуҙарын йәшермәй. Юҡ, улар бер-береһенә ҙур вәғәҙәләр бирмәй, «яратам» тип тә әйтмәй. Әммә уларҙың мөхәббәте күҙҙәренән үк күренә. Хатта дуҫым Тимурға үпкәләп, бер аҙна һөйләшмәй йөрөгән саҡтар ҙа була, ләкин был уларҙы айырмай. Тимур үҙенең яҡшы кеше булыуын ҡабат-ҡабат иҫбат итә: бүләктәр бирә, таш яуһа ла көн дә дуҫым янына килергә әҙер була.

 

Тик бер мәл барыһы ла үҙгәрә. Юҡ, улар бер-береһен яратыуҙан туҡтамай, әммә араларынан ниндәйҙер ҡара һыҙат үтә кеүек. Бәлки, күҙ тейгәндер — билдәһеҙ. Яратышҡан пар яйлап алыҫлаша. Нимә булғанын үҙҙәре лә аңламай. Әллә Рәмиләнең хистәре һыуына, әллә Тимурҙыҡы. Рәмилә Тимурға айырылышырға тәҡдим итә. Тимурға был, әлбиттә, оҡшамай, ул асыулана:

 

— Һин мине яратмайһың, шуға шулай тиһең, — ти.

 

Асыу менән Тимур ысынлап та китә. Ауыр булһа ла, Рәмилә уны ебәрә. Ваҡыт үтә. Көндәр артынан айҙар үтә, йәмле май етә. Егерменсе май Рәмиләнең хәтерендә иң ауыр көн булып ҡала — ул Тимурҙың һәләк булыуын белә.

 

Тимур армияла хеҙмәт иткәндә, килешеү буйынса уны ҡайнар нөктәләрҙең береһенә ебәрәләр. Ул бишенсе майҙа һәләк була. Ә Рәмилә быны ун биш көн үткәс кенә белә. Ул бик ныҡ ҡайғыра, илай, Тимурҙы ебәргәненә үкенә. Әкренләп үҙ эсенә бикләнә, тирә-яҡтағы матурлыҡты күрмәй башлай, тормоштоң йәмен юғалта. Ул бары тик үҙен ғәйепләй. Тимур уның өсөн иң изге кеше булып ҡала. Рәмилә уны үҙенең беренсе һәм һуңғы мөхәббәте тип иҫәпләп, уға тоғролоғон һаҡлай.

 

Йөрәк яраһын булһа ла бер аҙ еңеләйтергә теләп, Рәмилә Тимурҙың әсәһе һәм апаһы янына бара. Уны унда йылы ҡаршылайҙар, яҡшы мөнәсәбәт күрһәтәләр. Яҡты иҫтәлектәрҙе иҫкә төшөрөп, барыһы ла күҙ йәштәрен тыя алмай. Тик тормош алға бара. Быны һәр кем аңлай. Әммә балаһын юғалтҡан әсәй менән һөйгәнен юғалтҡан ҡыҙ быны еңел генә ҡабул итә аламы? Әлбиттә, юҡ.

 

Рәмилә өсөн Тимурҙың әсәһе менән осрашыу бер аҙ еңеллек бирә. Ул яйлап тыныслана башлай, әммә барыбер үҙ эсенә бикләнеүен дауам итә. Ваҡыт үтеү менән ул ҡабаттан тормош ағымына ҡайта, ләкин йөрәк яраһы һаман да төҙәлмәй.

 

Эх… был ваҡыт тигән нәмә! Ниңә ул кешеләрҙе аңламай? Ниңә ул шулай ашыға? Ниңә уны кирегә ҡайтарып булмай? Эх… ваҡыт… ваҡыт…

 

Хайдарова Ильзира Ильнуровна

Автор:
Читайте нас