

Урман ҡырҡыусылар араһында “тәмәжник”тәр етәрлек. Йоҡлап киткәнсе, хәбәр һата-һата, әллә нисә тапҡыр төрәләр махорканы. Тәмәке тартмағандарға ғына ҡыйыныраҡ. Әммә, барыһы ла бер Иван исемле урыҫтың төндәрен йоҡо бирмәй, "ҡаж" да "ҡаж" йүткерә-йүткерә килеп тороп, махоркаһын ултырған еренән генә борхолдатыуынан ялҡып бөттө. Тартып бөткәс, тиҙ генә хырылдап йоҡлап та китә бит әле үҙе. Башҡалар ғына уның йүткереүенә уянып, яңынан йоҡоға китә алмай йонсой. "Ут инәһенә"* өҫтәр өсөн әҙерләп ҡуйған утындарҙы өҫтәргә лә йыбана үҙе. Башҡаларға уның был ҡылығы оҡшамаһа ла, өндәшмәй, сыҙай. Ә бына тәмәке тартмаған Миңнулла исемле эшсе, йоҡлап китә алмай ятып, байтаҡ төндәр ыҙалағас, тегене “уҡытып” алырға булды. Үҙе кәүҙәгә бәләкәй генә, тик тормаҫ, төрлө ҡыҙыҡ уйлап табырға тиһәң дә уны ҡуш! Уйлай торғас, тәки әмәлен тапты бит был. Бөтәһе лә йоҡоға киткәнен көтөп алып, ҙур ғына, утта ҡара янған ҡаҙанды, тороп ултырһа, төбө Ивандың башы тәңгәлендә генә булырлыҡ итеп, ҡыуыштың арҡыры ағасына элде. Артына бер ҡамытты, ҡолаҡ бауҙары ҡолаҡ һымаҡ һәлберәп торорлоҡ итеп, аҫтын өҫкә ҡаратып элде лә, йоҡларға ятты.
Бына, ярты төн уҙғас, Иван йүткерә-йүткерә тороп ултырҙы. Өйрәнелгән ғәҙәте буйынса, күҙҙәре йомоҡ килеш, ҡыуыштың арҡыры кәртәһенә элеп ҡуйған кисетенә ынтылды. Күҙҙәрен яйлап асыу менән ҡото осоп, имәнес тауыш менән аҡырып ебәрҙе. Был тауышҡа бөтәһе лә һикереп торҙо. Ысынлап та ҡурҡырлыҡ ине шул – һүнеп барған ут яҡтыһында ҡап-ҡара башлы, ҡолаҡтары һәлберәп торған имәнес януар алды асыҡ ҡыуышҡа башын тыҡҡан...
...Барыһы ла тынысланып, урындарына ятты. Ут янында бәһлеүән кәүҙәле Иван ғына тороп ҡалды. Иртән уянһалар, был һаман да ултырған еренән ҡуҙғалмаған. Иртәнге сәйҙән һуң Иван, балтаһын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған көйөнсә, Миңнулла янына килеп туҡтаны:
– Ну, Миннулла, һинән башҡа быны уйлап сығарырға береһенең дә башына килмәҫ! Исмаһам һуғыр ерең дә юҡ бит, бер һуғыуҙа үлтерәм бит мин һине! Ладно уж, живи!", – тип буш ҡулын һелтәне лә диләнкәгә йүнәлде...
Шул төндән һуң ҡыуыш эсендә "ҡажғылдап" тәмәке тартыуын ташланы "тәмәжник”...
Ринат Шәйбәков. Белорет районы.