

Тауыҡ башмы ҡара әтәс…
Гөлсөм Мостафина. Белорет районы.
Әхирәтем тауыҡтарымды салып китегеҙ әле, тип телефондан шылтыратҡас, оҙаҡ көттөрмәнек, бабай менән күрше ауылға йүнәлдек. Минсарабыҙҙың бер үҙе йәшәүенә биш йыл да булып китте, уның тормош иптәше беҙҙең дә иптәш булды, шуға үҙебеҙ етмештән уҙһаҡ та, ваҡ-төйәк эшен эшләп китергә баш тартмайбыҙ. Ауырыраҡ эштәренә балалары килә, ләкин ауылда эш бөтәме ни…Быйыл да йәшелсә-картуф алғандар, ер ҡаҙғандар, ә тауыҡтарға ҡул етмәй, улары һаман эш булып тора...
Ҡыйын да түгел шул тауыҡ салыу., йәл дә түгел... Йәй буйына ниңә ҡарайһың шул көтөүҙе, туймаған тамаҡ өсөн түгелме… Тауыҡ тауыҡ инде, бысағыма уны йәлләп торорға. Ана бит, хатта кешене лә аңра, уйлай белмәгәндәрен тауыҡ баш ҡына тип ҡуялар…
Дуҫтарыбыҙҙың йорто яп-яңы әле. Урамдары ла киң, үләнле. Көҙ етһә лә, йәм-йәшел. Унлаған тауыҡ-әтәс рәхәтләнеп ҡыт-ҡыт килеп ҡайныһы үләндә ниҙер табып йотҡан була, ҡайыныһы ҡояштың йылыһына ҡойона. Ә ниндәй күркәм әтәстәре һуң! Береһе ап-аҡ, ҡып-ҡыҙыл кикерекле, береһе ҡара, фырт ҡына, үҙенең ғаиләһен аҡ әтәсенән һаҡлвп ҡына тора. Хужа-а.Бигерәк шәп күренә, ғалимдарҙың классификацияһы буйынса, улар әйткәндәй- альфа-самец- әтәстең әтәсе! Үҙенең тауыҡтарына, теге әтәстең дә тауыҡтарына өлгөрә, ти хужабикәләре.
Сәй эсеп, әҙерәк ял итеп алғас, эш халаттарын,алъяпҡыстар табып, тауыҡ бөрсәләрен эләктермәҫкә тип яулыҡтар ябынып, урамға сығабыҙ.. Биш тауыҡ, бер әтәсте(шул ҡараһын, кәнишнә, ҡартырағын) һарайға индерергә, шунан берәм- берәм тотоп һарай артында үткер бысағын тотоп әҙер торған бабай эргәһенә алып барырға кәрәк. Кем нимә эшләргә тейеш икәнен нығытып алабыҙ һәм эш башлана! Шау-шоу, ҡысҡырышыу, ҡабаланып йүгерешеү. Ысынлап та, тиҙ генә эшләргә кәрәк шул. Тоторға, аяҡтарын бәйләргә (иҫебеҙҙә әле, бер ваҡыт кемдер тауыҡтың аяҡтарын серек бау менән бәйләп тауыҡты салып та өлгөргән, тегенеһе бауынан ысҡынып осоп та киткән. Башһыҙ тауыҡ урамда йүгереп йөрөй ,муйынан ҡан фонтаны, ҡото осҡан хужалар уны нисек тотоп алырға белмәй артынан йүгерә икән). Салынған мәлғүндең башын бер тасҡа ташларға, тиҙ генә ҡанын ағыҙып , муйынын бау менән ныҡлап бәйләп, эҫе һыу тултырылған бакка ташларға... Йүгерешә торғас, биш тауыҡ баштарын юғалтып, бакта урын тапты. Тик әтәсте генә тотһаҡ, эштең бер этабы бөттө, тигән һүҙ.
Хужабикәбеҙ һарайға инеп китте, күп тә үтмәне, аптыраған әбей килеп тә сыҡты.
- Унда әтәс юҡ ул,- ти.- Үәт, әй, тауышы ла сыҡмай бит әле, ҡайҙа булыр икән ?
Әтәс йәшенерлек бөтә ерҙе ҡарап бөткәс, бабай һарай башына менеп китте. «Под шумок» осоп инеп ҡыйыҡ аҫтында ятмаймы икән, тип һәнәк менән йөрөп эҙләне теге ҡасҡалаҡты.
- Юҡ ул юҡ, ҡарамаған ер ҡалманы,-ти килеп төшкәс.
Нимә эшләргә, юҡ булғас юҡ инде. Әхирәтебеҙ тауыҡтарын йолҡа башланы,беҙ бабай менән урамда ятҡан яңы ярылған утынды өйә башланыҡ. Үҙебеҙ һаман теге партизан әтәсте онота алмай, йә инде, Минсараға яңынан кеше эҙләргә кәрәк булыр инде, бөгөн шул эшен бөтөрөп ҡайтһаҡ, йәтеш булыр ине, тип мөгөрләшәбеҙ.
Ул эш тә бөттө, тауыҡтар ҙа таҙартылды, эленде.
Өйгә инергә тип бит- ҡул йыуып һөртөндөк тә, соланға инеп ишекте ябып та өлгөрмәнек, шул ваҡытта йәшенгән әтәсебеҙҙең көр тауышын ишетеп , йығылып китә яҙҙыҡ.
-Ки-ки-ри-күк!
-Бабай -әбейҙәрҙе еңдем!
-Мин еңдем! Мин тере! Тип һөрәнләй түгелме ул герой?
- Ки-ки-ри-күк!
Һарай башында булған бит был партизан. Бына шунан уны тауыҡ баш тип әйт инде! Зирәклеге һуң, йәшенә белеүе, тын- тауышһыҙ ни тиклем ваҡыт ултырыуы! Һәм кеше тауышы тымғас ҡына ғаиләһенә тауыш биреүе.
Нисек йәлләмәй уны бысаҡҡа тотаһың. Ҡалдырҙыҡ тегене. Герой бит.
Тик осрашҡан һайын иҫкә алып көлөп алабыҙ хәҙер.
Ғалимдәр әйтә бит; кеше эргәһендә йәшәгән хәҙерге хайуандар элекке быуаттарҙа көн иткәндәрҙән ныҡ айырылып тора. Эттәр,
, бесәйҙәр, атттар, хатта һыйырҙар ҙа сифаттарын үҙгәрткән. Рефлекс менән генә эш итмәй улар, тәртиптәре икенсе, хәтерҙәре икенсе, тип күп тәжрибәләр үткәргәндән һуң нимә әйтергә лә белмәй ғалимдар.
Беҙҙең теге ҡара әтәс шул ғалимдар нәтижәләрен иҫбат итмәйме икән. Тетрәндергес!
Хайуандарҙың батшаһы-кешегә ит ашауҙан баш тартырға тура килмәҫме киләсәктә?