

Гүзәл Сиражетдинова. Учалы районы.
Муйыл еҫтәре ҡиммәтле хушбуй һымаҡ ҡала урамдарына таралып,туңған күңелдәрҙе иретерлек май айы ине.Гөлиәнең кеҫә телефоны шылтыраны.
-Алло, һаумыһығыҙ! Һеҙгә сәс ҡырҡтырырға килһәм буламы?,-тип һораны көр тауышлы бер ир-егет.
-Юҡ, бөгөн ял итәм , иртәгә килегеҙ.
-Иртәгә вахтаға шул. Әйҙә, улайһа, бөгөн мин һеҙҙе кафеға саҡырам, шунда танышырбыҙ. Номерығыҙҙы һеҙгә таныш булған Алмагөл апай биргәйне. Тик телефоным һүнеп бара, мин үҙем аҡ күлдәктә булырмын.Бер тынала хәбәрен теҙеп алып киткән таныш түгел егеткә:
-Ярай, һуң. -тиеп еңел генә ризалашыуына ҡыҙ үҙе лә аптырап ҡуйҙы. Бәлки шул кафенан йыраҡ та түгел магазиндар буйлап шопингта йөрөгәнгәлер, хәҙерге йәштәр әйтмешләй.Ә бәлки әсәһенең әхирәте, йыш ҡына Гөлиәгә сәс бөҙрәләтергә йөрөгән Алмагөл апайҙың әлеге егетте бик маҡтап һөйләгәне өсөндөр.Бая ғына ҡыҙҙың юлын кәүҙәһендә өс төҫ булған бесәй ҙә ҡыйып үткәйне. Бәхеткә булғандыр ул.
Ниңә йәш саҡта осрашып, матур итеп һөйләшеп ултырмаҫҡа , тиеп уйланы ҡыҙ, сумкаһынан бәләкәй көҙгөһөн сығарып. Көҙгөнән уға аҡ , көләс йөҙлө, ҡуйы ҡара сәстәре биленә төшөп торған һылыуҡай ҡарай ине. Гөлиә үҙе менән ҡәнәғәт ҡалып йылмайып ҡуйҙы.
Билдәләнгән ваҡытта ҡыҙ тәмле аш еҫтәре таралған, зауыҡ менән биҙәлгән кафела егетте көтөп ултыра ине инде.
Бына ишектә аҡ күлдәк кейгән бер ир-егет күренде.
-Мин бында-тине Гөлиә ҡалҡына биреп. Егет киң йылмайып ҡыҙҙың ҡаршыһына килеп ултырҙы ла:
-Батыр булам-тиеп танышты. Батыр ғына түгел, матур ҙа икән, тиеп уйланы ҡыҙ эстән генә. Өләсәһе әйтмешләй, һөйкөмлө һөйәге барҙыр , ул ҡыҙға беренсе күреүҙән оҡшаны. Аҡ күлдәге ҡуңыр йөҙөнә килешеп, үҙенән яҡты бер нур бөркөлгәндәй . Шулай һүҙһеҙ генә йылмайышып ултырғанда кафе ишегенең шаҡ итеп ябылыуы уларҙы күктән ергә төшөрҙө. Ишектә тағы ла ап-аҡ күлдәк кейгән егет күренде. Гөлиәнең аптыраулы ҡарашын күреп өҫтәл янына килде лә:
-Гөлиәме? Ай-һай, ышан хәҙерге ҡыҙҙарға! Боролоп та өлгөрмәйең, уже икенсенең ҡосағында, тиеп асыулы өндәшкәндә ҡыҙҙың танауына һыра еҫе килеп бәрелгәндәй булды. Ҡыйыулыҡ өсөн эскәндер, күрәһең.Шунан ул Батырға боролдо:
-Ә һин нимәшләп ултыраң бында?!!Был егет Гөлиә янында ултырған тәүгеһенә ҡарағанда бер-ике башҡа оҙон, тос йоҙроҡло бәһлеүәндәй елде ине.
-Ә һин кем?- тине тыныс ҡына һорауға һорау менән яуаплап Батыр.
-Хәҙер кемлегемде күрһәтәм мин һиңә!
Бәһлеүән Батырҙың яғаһынан бөрөп тә алды. Баш аша ырғытырға уйланымы, тик икенсеһе лә ҡалышманы- бер -ике каратэ алымын күрһәтеүгә, бәһлеүән иҙәндә ята ине инде.
Өҫтәл гөрһөлдәп ауыуға кафе хеҙмәткәрҙәре, шундағы халыҡ быларҙы уратып та алғайны .
-Оятһыҙҙар!тиеп,сәрелдәне килгән халыҡты аш-һыу менән тәъмин итеп тороусы ябыҡ ҡына ҡатын ҡулдарын бөйөрөнә таянып- көпә көндөҙ нимә ҡыланырын белмәйҙәр. Эшһеҙлектән интеккән алкаш өйөрө!
-Шулай шул-тиеп ризалашты уның менән коллегаһы,тулы кәүҙәле ашнаҡсы ҡатын,тирләгән йөҙөн ҡулъяулығы менән һыпырып
-полиция саҡыртыр кәрәк!
-Харап икән, ике егетте талаштырып , шәп булып торам тиме икән бынау ҡыҙ?-тине халыҡ араһынан йәше олоғайып барған , иренен сейә төҫөндәге матур ҡыҙылға буяған, киң тирәсле эшләпә кейгән көйәҙ генә бер ханым. Сал сәсле бер ағай әллә йәшлеген иҫкә төшөрөп тәрән итеп көрһөнөп ҡуйҙы.
-Әсәй, мин үҫкәс каратис булам! Һары башлы бәләкәй генә малайҙың сағыу тауышы кафелағы барлыҡ шау-шыуҙы күмеп китте.Туңдырмаһын әсәһенә тоттороп , аяҡ-ҡулдарын ян-яҡҡа һелтәй -һелтәй ,торған урынында өйөрөлөп тә алды. Дәррәү көлөү тауыштары аҫтында Гөлиә менән Батыр урамға сыҡты. Уларҙың эргәһенән теге бәһлеүән егет быларға ҡарамай ғына, башын ғорур тотоп үтеп китте. Гөлиәнең ике бите уттай яна ине.
-Шундай һылыу ҡыҙҙы осрашыуға саҡырғас, һуңламайҙар уны-тине Батыр аҡланғандай итеп,
аҡ күлдәгенең һуңғы төймәләрен барлап. Уларҙың ҡараштары осрашты һәм бер нисә минут эсендә булып үткән ваҡиғаны өр-яңынан кисереп, йылмайып ҡуйҙылар. Йәшлек йәшлек инде, тора-бара ҡыйыуһыҙ ғына башланған йылмайыу яҙын гөрләп аҡҡан йылғаларҙай , йәштәрҙең тыйып алып булмаҫтай көлөүенә әйләнде.
...Ә урамда май ине.