+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
25 Июль , 06:08

Балыҡсы һуҡмағы

Буранбай әле лә эшләгән булыр ине, атаһы мәрхүм булғас, әсәһе янына ҡайтып, атай нигеҙен нығытты, өйҙө лә ҙурайтып матур итеп, һалып ҡуйҙы. Ауылға ҡайтып йәшәүенә бер ҙә үкенмәне. Киреһенсә үҙен бәхетле тойҙо. Бөтә ергә лә өлгөрөм, нимә тотоп эшләһә лә ҡулынан килде.

Балыҡсы һуҡмағыБалыҡсы һуҡмағы
Балыҡсы һуҡмағы

Сәйфулла Ғайсин. Әбйәлил районы


Иртәнге тынлыҡ, саф һауалы, Буранбай ысыҡ төшкән үләндәрҙә эҙ ҡалдырып ауылдан алыҫ булмаған күлгә ҡарай атлай, ошо һуҡмаҡты ул нисә йыл тапай инде. Баласаҡтан атаһына эйәреп йөрөнө. Хәҙер үҙе атай йәшендә. Бындағы һәр бер ҡыуаҡлыҡ, һәр бер ҡалҡыулыҡ шуғалырҙыр ныҡ яҡын ине. Ана хәҙер алда йәшәмеш бейек ағаста ултырған ала ҡарға ла сәләмләр, ҡулыңды болғап сәләмен алмай үтеп барһаң тағы ла, нығыраҡ тауышы менән сәләм тип әйтәм дә тигәндәй ҡарҡылдар. Ҡарғалар оҙаҡ йәшәй тиҙәр, кем белә уныһын. Ошо тирәне үҙ иткәндер. Типкес йә булмаһа икенсе, ҙур ҡоштар килеп сыҡһа. Тауыш күтәреп яҡын тирәлә булған ҡоштар күмәкләшеп ҡыуаларҙар ине.
Ә ул ҡарға оҫта балыҡсы ла, яҙ көндәре балыҡтар ыуылдырыҡ сәскәндә һыуҙың һай ерендә, үлән араһында, арҡалары күренеп йөрөйҙәр шул мәлдә әлеге оло ҡарға талда ултыра. Уңайлы урын тамаҡ ялғарға балыҡ етәрлек күп була. Шулай итеп Буранбай үҙенән дә бейек үҫкән ҡамыштар араһынан әлеге һуҡмағынан ағастан эшләгән кәмәһенә килеп тә етте. Яҙҙан ыҫмала ҡайнатып һыу үтмәҫлек итеп тәрбиәләп ҡуйыр ине был кәмәһен. Ҡаланан килгән балыҡсылар, ул бүрәнәң менән нисек йөҙәһең тип шаяртһалар ҙа Буранбайға был кәмә ныҡ оҡшай. Әйткәндәй, ауыл балыҡсылары ағас кәмәне үҙ итәләр ине. Бөтә яҡлап уңайлы. Ҡапыл да ел сығып тулҡын көсәйһә лә, резина кәмә һымаҡ ел ыңғайына осоп бармай. Буранбайҙың резина кәмәһе лә бар, һатып алғас та бер-ике йөҙҙөрөп ҡараны ла оҡшатманы, ней баҫып тороп булмай шул көйө гаражында нисәнсе йыл инде ята. Тирә яҡтың тынлығын боҙоп яҡын тирәлә ҡамыш арһынан үҙҙәре күренмәһә лә тамаҡ ҡырған, ишкәк тауыштары ишетелә. Ауылдан бер ул ғына балыҡҡа йөрөмәй. Ауылдаштарының һәр береһенең кәмә сығарып ултыртҡан урыны бар. Кемдәрҙер балыҡсылап көн күрә. Күл өҫтөндә иртәнге томан ап-аҡ һөттәй булып ята. Икенсе яҡ таш ярында машинаның ишектәре асылып ябылғаны, резина кәмәгә ел тултырғандары ишетелә, томан аша күренмәһәләрҙә, ҡаланан килгәндәр шул ярға туҡтайҙар. Буранбай ҙа таш ярға ҡарай кәмәһе менән йөҙөп китте. Көндәр аяҙ торғанда балыҡтар ҙа яр ситенә яҡынлай, уларға ҡояш нуры йылылыҡ етмәйҙер. Ҡояш ҡалҡып бер аҙ ел иҫеүгә томан да таралғас, күл өҫтөндә байтаҡ ҡына кәмәләр күренде. Бөгөн дә ҡаланан күп килгәндәр. Ял көндәренә ҡарай кемдәрҙер балыҡсыларға, кемдәрелер һыу инеп ял итергә, хәмер эсеп маймылданып йөрөүселәре лә булыр ине. Буранбайҙың бер мәл батып барған иҫерек урыҫты тартып сығарғаны булды. Йәй көндәре күл буйы гөрләп тора. Ауыл халҡы городскойҙар ял итә белә тиһә лә, Буранбай ҡаланан килгәндәрҙе аңлай ине, ней өсөн тигәндә әрменән ҡатҡас та бер нисә йыл заводта эшләне, сәғәте менән минутын ғына ҡарап торалар. Завод эсендә тын алыуға ла ауыр, эше лә еңелдән түгел. Шуға ла ялға сығыуға улар урман, күл буйына ынтылалар ҙа инде. Буранбай әле лә эшләгән булыр ине, атаһы мәрхүм булғас, әсәһе янына ҡайтып, атай нигеҙен нығытты, өйҙө лә ҙурайтып матур итеп, һалып ҡуйҙы. Ауылға ҡайтып йәшәүенә бер ҙә үкенмәне. Киреһенсә үҙен бәхетле тойҙо. Бөтә ергә лә өлгөрөм, нимә тотоп эшләһә лә ҡулынан килде. Бөгөн дә уның кәйефе күтәренке ине, бер нисә кәмәгә яҡынлашҡас туҡтап ҡамыштар араһына йылдырмаһын ырғытып өрөлтә башланы. Яҡын ултырған ҡаланан килгән балыҡсы үҙе менән Валера тип таныштырып та өлгөрҙө. Улар һөйләшә-һөйләшә берәм-берәм суртандарҙы кәмәләргә сығарып һалдылар. Шулай балыҡсылап ултыра торғас Буранбайҙың ҡармағы нимәгәлер эләкте, ҡамышҡа эләккәндер тип тартҡылап ҡараны ауыр килде лә ҡапыл тартылды Буранбайҙың ҡулынан спининғаһы һыуға төшөп китә яҙҙы. Оһо тине лә, эштең нимәлә икәнен аңлап бер ебәреп-бер тартып суртанды яйлап кәмәгә яҡынлайта башланы. Быны күреп ултырған Валера аҡыл өйрәтә башланы ҡайһылайтып сығарырға. Икәүләп мәҙ килә торғас суртанды кәмәгә сығарып һалдылар. Буранбай үҙе лә ҡысҡырып ебәрҙе шатлығынан, яҡын тирәләге балыҡсылар килеп еттеләр. Суртандың ауырлығын кемдер берәй 8-кг., икенсеһе 10-кг. кәм түгел тип әйтә башланылар. Араһынан берәү һат миңә тип инәлә башланы. Буранбайҙың ҙур суртан гел тотолмай өйөнә алып ҡайтып ҡатыны Гүзәлгә лә күрһәткеһе килә ине, ҙур суртандың ҡылсығы күп була тип әйтеп ҡараны. Тегенеһе һаман инәлде һат тип. Ит үткәргестән үткәрһәң ҡылсығы онталып бөтә, суртандың башын киптереп светильник эшләйем тип ай-вайына ҡуймай һатып алды. Буранбай аҡсаһы ла кәрәк тип уйлап ризалашты. Ҡалған балыҡтарын алып ҡайтып китте, көн дә төшкө ашҡа етеп бара ине.

Автор:
Читайте нас