

Холҡом юҡ бит минең.
Рамай Ҡаһир. Учалы районы
Быйыл йәй уртаһында техникумды уңышлы тамамлап, Ғәҙелгәрәй ауылында урынлашҡан “Санта – Барбара” исемле, билдәле генә бер фирмаға эшкә урынлаштым. Бындағы тәртип буйынса, тәүге эш көнөн мотлаҡ «йыуҙырыр” кәрәк икән. Үҙемдән әллә нисә йәшкә өлкәнерәк, дәү апайҙарҙың һүҙен йыҡмаҫ өсөн, кибеткә барып, йәшереп кенә бер ярты килтерә һалдым. Унлаған кеше эшләгән бәләкәй генә ойошманың «костяк» гы булған дүрт ҡатын, төшкө аш алдынан:
-Әйҙә, бергәләп сәй эсәйек, -тип мине үҙҙәре эргәһенә, туҡланыу бүлмәһенә саҡырҙылар. Сәй эсеп, ҡапҡылаған арала берәүһе сыняҡҡа араҡы ҡойоп, сиратлап ҡына алдыбыҙға ҡуя торҙо.
-Юҡ, мин эсмәйем, тиһәм,
-Улай килешмәй ,һеңлекәш, ҡара ҡарғалар араһында йәшәп, ала ҡарға булып булмай ул! Тотоп ебәр әйҙә, бергә эшләгән хеҙмәттәштәреңде хөрмәт ит! Ҡурҡма, бер – ике рюмка араҡы эскәнеңде етәксебеҙҙә, бер клиент та һиҙмәйәсәк, тигәстәре, сирҡанып булһа ла һалған араҡыны күтәреп ҡуйҙым. Үҙеңдән олпат, оло апайҙар алдында тәккәберләнеп, тәмһеҙләнеп ултырып булмай ҙа инде!
Бындай “ултырыуҙар» көн дә тиерлек ҡабатлана икән. Сәбәбе лә табылып ҡына тора. Кемдеңдер һыйыры быҙаулаған, икенсеһенең тыуған көнө, өсөнсөһөнөң ейәнсәре быйыл беренсе синыфҡа уҡырға төшкән, дүртенсеһенең ире эшендә премия алған, имеш.
..Бер ҡыҙып алһаҡ, бер ярты етмәй ҡала ул биш кешегә. Эш сәғәте бөтһә лә, ҡайтырға ашыҡмайбыҙ, һә тигәнсе, берәйһен руль артына ултыртып, магазинға ебәрә һалабыҙ. Ҡайҙа ашығырға? Йортта илап, имсәк таптырып ултырған балалар юҡ бит әле.
-Юғарынан тикшереү килеп төшөп, эштән ҡыуылып ҡуймайыҡ, тиһәм,
-Беҙ бында инде утыҙар йыл эшләйбеҙ. Әллә нисә директорҙы, уларҙың урынбаҫарҙарын креслоларынан “осорҙоҡ”, ә үҙебеҙ һаман һин дә мин йөрөйбөҙ әле, тип көлөмһөрәй шат йөҙлө, дәү апайҙар. Иҫереп, кәйефтәре күтәрелеп, күҙҙәре майланып, ауыҙ төкөрөктәрен сәсрәтеп, буш хәбәр, ғәйбәт һөйләгәндәрен яратмаһам да, апайҙарымдан айырылып, иртәрәк ҡайтып китә алмайым шул. Сөнки беләм, ауылдаштары, таныш – белештәре тураһында булған – булмаған имеш – мимештәрҙе, ғәйбәт, әкиәттәрҙе һөйләп ялҡҡас, улар әлеге генә үҙҙәре менән бер өҫтәл артында ашап – эсеп ултырған, ләкин ниндәйҙер сәбәп тапҡан булып, иртәрәк «тайыу” яғын ҡараған әхирәттәрен “сәйнәй” башлаясаҡтар. Сөнки һәр береһе үҙенең яҡын дуҫының эс серҙәрен энәһенән – ебенә тиклем яҡшы белә.
Ана, үткәндә генә, буй – һынға зифа, аяҡтарына һәр саҡ ҡара капрон ойоҡтар, ҡыҫҡа итәкле күлдәктәр кейергә яратҡан Бибинур апай иртәрәк ҡайтып киткәс, тетмәһен теттеләр генә. Шул кәрәк уға. Ана үҙе бит иҫерек сағында иң яҡын әхирәтенә:
-Ирем вахтала саҡта, аҙнаһына өс тапҡыр һөйәрем менән осрашмаһам – күңелем булмай минең, тип маҡтанған.
-Нисек улай ҡурҡмай йөрөйһөң, ә тотолоп ҡуйһаң? –тип һорағас,
- Ирем вахтала булғанда уның өҫтөнән йөрөүе ҡыҙыҡ түгел әле. Бына ул ялға ҡайтып, йорт – ҡура араһында мал ҡарап булышҡанда уға “мөгөҙ” ҡуйыуы - үҙе бер мөғжизә, үҙе бер ҙур еңеү! – тип, шаштырған, имеш!
Һөйәрен дә әйтер инем, үҙенең бер сибек кенә, оҙон буйлы, кәкре бер ауылдашы инде. Район үҙәгендә ниндәйҙер бер ойошмала ҡарауылсы булып эшләй икән. Уның нимәһенә шул тиклем ҡыҙыҡҡандыр был Бибинур апай? Кәүҙә тиһәң, ир ғәйрәте ташып торған кәүҙәһе лә юҡ тиҙәр бит. Ҡайнар хистәре, йә татлы теле менән генә алдырмаһа. Уныһын шайтан ғына белә инде...
Бер көндә шулай тулы кәүҙәле, буйға тәпәш кенә, Зәйтүнә исемле апай ниндәйҙер йомош тапҡан булып, бөтәһен дә аптыратып, иртәрәк ҡайтып киткәйне. Уныһын инде буҡтан – буҡҡа һалып тигәндәй «тапанылар». Йәнәһе, унан да «тупой» йыраҡ хеҙмәткәр юҡ. Клиент һүҙен клейеент тип яҙып, әллә нисә тапҡыр әлекке директорҙан әрләнгән икән, хатта выговор сәпәгәндәр, саҡ эшенән тороп ҡалмаған, имеш. Өфөлә уҡығанында, юғары белемле дипломды, атаһы башҡалаға ит – май ташып, алып бирешкән, тиҙәр. Ә былай ҡараһаң һин дә мин булып, үҙен әллә кемгә һанап, танауын күккә сөйөп, маһайып йөрөгән була бахыр.
Бер байрам итә башлаһаҡ – түҙ генә инде! Йығылғансы эсәбеҙ ҙә ҡуябыҙ! Атлап ҡайтырлыҡ хәл булмаһа, шөкөр, офиста кресло, дивандар күп, шунда йығылабыҙ. Төнгө ҡарауылсыбыҙ үҙ кеше әле, таң алдынан төртөп уята һала. Мал тотҡан апайҙар хатта йүгереп ҡайтып, һыйырҙарын һауып, быҙауҙарын эсереп, көтөүгә ҡыуып, биҙәнеп – төҙәнеп тигәндәй, ваҡытында эшкә килергә лә өлгөрә.
Әле бына бөгөн эштән һуң рәхәтләнеп ултырып, Сания әхирәтебеҙҙең ҡыҙының яңыраҡ ҡына тыуған сабыйының «тәпәйен” йыуабыҙ. Иҫерешеп бөттөк инде. Йырлап та, илап та алдыҡ тигәндәй. Ултырам әле ҡайталмай, мәжлес бөткәнен көтөп.
Ана, Зөбәйҙә апай ҡайтып киткәйне, тетмәһен теттеләр генә!
-Дүрт бала әсәһе бит әй! Юҡ, булмаһа – булмай икән. Үҙен ҡарамай бит, хәстрүш! Эшкә бик йыш ҡына йыуынмайса килә. Уның офисҡа килеп инеүе була, тирә – яҡҡа насар еҫтәр тарала. Хоть танауыңды ҡаплап ултыр! Кеше араһына эшкә килгәс, тәнеңде йыуыштырып, тәмле еҫтәр сығарыусы, затлы хушбуй һөртөп килергә булалыр бит инде! Анау ҡәҙәре байлыҡтары була тороп, өс – дүрт һум торған дезодорант алырға ла аҡса йәлләйҙәр, оятһыҙҙар...
Бына шулай Зөбәйҙә апай, әхирәттәреңдең һинең турала нимә һөйләгәндәрен ишетһәң, оятыңдан ер тишегенә инеп китерҙәй булыр инең. Ярар, ишетмәнең әле, тип уйланып ултырам.
...Был фирмаға эшкә килгәнемә үкенеп бөтә алмайым хәҙер. Көн һайын тиерлек араҡы эсеүе бер бәлә булһа, бергә ашап – эсеп, аралашып, һиңә ышанып йөрөгән әхирәтеңдең эс серҙәрен, үҙеңсә арттырып, ҡуйыртып башҡаларға һөйләү , унан көлөү – башҡа һыймаҫлыҡ хәл бит. Ундай холҡом юҡ минең. Ташлайым мин был эшемде.