

Мансур Рәхимғолов.
Ауылда тыуып үҫкән һәр кемгә лә үҙенең тыуған ауылы, тәбиғәте менән генә лә түгел, ә ошо ауылды йәмләп йәшәүсе кешеләре менән дә ҡәҙерлелер, моғайын. Беҙҙең ауылыбыҙҙың ултырған урыны урман булғанлыҡтан, халыҡ борон-борондан ағас эшкәртеү, мал аҫрау менән шөғөлләнер булған.
Әле килеп һеҙгә бәйән итер ваҡиға ла ауылыбыҙҙың абруйлы ғына, ихтирамға лайыҡ, мәрәкә һүҙле бер ағайға бәйле булыр.
... Берҙән бер көндө бесәндән ҡайтып килгәндә, ауыл эшенән тамам йонсоған Сәүиә еңгә, һүҙ юҡта һүҙ булһын тип:
- Нәшәлниктәр бисәләренә, йыл һайын ер-һыу күрһәтеп, күңелдәрен күрәләр, ә һин ғүмер буйына, исмаһам, бер ер-һыу күрһәтһәңсе, - тип үҙенең әсенеүен белдерә. Был мәсьәлә, күрәһең, беренсе мәртәбә генә күтәрелмәгәндер инде. Машинаһын, ағабыҙ бара торғас, тау түбәненә төшөп, йылға буйына туҡтата ла, еңгәнең аяҡтары ергә тейеү менән:
- Күрмәһәң күр: бына һиңә ер, бына һиңә һыу! - ти ҙә, машинаһына ултырып ҡайта ла китә. Тос ҡына кәүҙәле Сәүиә еңгәбеҙ, ауылдан ун саҡрым арауыҡта ятҡан йылға буйынан:
- Телемде тешләп кенә тик ултырһам ни була инде?! - тип, юл буйы үҙен әрләй-әрләй, йәйәүләп, арып-арманһыҙ булып, ер-һыу күреп, өйгә ҡайтып тәгәрәй.
Шул ваҡиғанан һуң "Ер-һыу" күрһәтеү ауылдың матур лаҡаптарының береһенә әүерелеп китте.
/Сибай ҡашҡа/