

Зөлфирә Ғәлиева. Межгорье ҡалаһы.
- Фәнил, Фәнил - тим,- өйҙә кәртүк бөткән бит, ауылға барып киләһеңме әллә?
Ҡатыны Гөлнисаның ҡысҡырғанына Фәнил терт итеп ҡалды. Тышта ҡар көрәп инеп,ятып торған ине.
Йоҡоло - уяулы, нимә әйткәнен ҡатынының, аңлағас килеп торҙо.
- Һуң, кәрәк булғас барам инде. Бажаның да хәлен белеп ҡайтайым. Яңғыҙ унда нисек донъя көтөп
ята икән. Ҡайынбикә әле ҡайтмаймы?
— Апайым тағы ике көн һеҙҙә булам әле,-тине. Курсташтары менән осрашыу иртәгә генә була бит.
- Ярай, ярай, бер килгәс ята биреп ҡайтһын.Ауылда эш бөтәме ни? Кәртүк кенә алып ҡайтайыммы,
кишер, сөгөлдөр кәрәкмәйме,- тип Фәнил, кейенә-кейенә ҡатынына өндәште.
Ҡалала йәшәгәс, йәшелсә һаҡларға әлегә үҙҙәренең мөгәрәптәре юҡ. Ауыл да яҡын булғас, йәшелсә -
емеште унда сәсеп, Гөлгөнә апаһының баҙында ҡышҡылыҡҡа ҡалдыралар.
Гөлниса менән Гөлгөнә - бер туғандар. Араларын да алты йәш айырма булһа ла, бик татыу булып
үҫтеләр. Гөлгөнә апаһы ауылда йәшәй, мәктәптә уҡытыусы булып эшләп йөрөй ине. Балалар һаны
әҙәйҙе, тип, быйыл мәктәпте ябып ҡуйҙылар. Апаһы хәҙер өйҙә генә, күп итеп ҡош - ҡорт, мал-тыуар
үҫтереп, ире Нәғим менән донъя көтөп яталар. Ҡыҙҙары кейәүгә сығып ауылда йәшәй, ә улдары
башҡала ла уҡып йөрөй.
Әле апаһы осрашыуға килеп, бер аҙна инде, һеңлеһе Гөлнисала ҡунаҡ булып ята.
Фәнил машинаһын ҡабыҙып, әҙерәк йылынғанын көтә бирҙе лә, тигеҙ генә эшләгән двигателен
тыңлай - тыңлай, ҡуҙғалып китте. Юл асыҡ, шаҡай айы булһа ла, ҡар әллә ни күп түгел. Аҙна уртаһы
булғанғалыр, ҡаршы килгән машиналар ҙа артыҡ осраманы. Машинаһындағы радионан ,,Юлдаш,,
ты тыңлап килә торғас, ауылға килеп еткәне лә һиҙелмәне.
Ихатаға кергәс, Фәнил аптырап китте. Ике көн элек аруҡ ҡына ҡар яуып үткәйне, ҡар көрәлмәгән.
Мал - тыуар торған һарай яғына ғына юл һалынған бары. Былай бажаһы эшкә шәп, бар эштелә
еренә еткереп эшләп ҡуя торған. Ҡыш көнө ҡарҙы ла кәртә эсендә өйөп ҡуймай, тейәп ҡырға
сығарып түгә ине.
—Был ни ғәләмәт, әллә ҡайынбикә өйҙә булмағас,бажа ла донъяһын ташлап сығып китте микән?-
тип уйлана - уйлана Фәнил өйгә инде.
Төпкө бүлмәлә бажаһы ҡырын төшөп диванда телевизор ҡарап ята. Башын күтәреп Фәнилгә ҡулын
бирҙе лә, ары телевизорға текәлде.
—Ауырыйһыңмы әллә, бажа?- тигәнгә,
-Юҡ- тине лә,тағы шымды.
Дәәәә, ҡатын өйҙә булмаһа, бына ниндәй бәлә. тип Фәнил уйланып ултырҙы ла, бажаһын шаяртып
алырға булды.
—Ҡайынбикә ҡайҙа һуң? - тип һораны.
Нәғим бажаһы башын күтәреп Фәнилде саҡ күргәндәй, аптыраулы ҡарашын төбәп:
— Һуң, һеҙҙә лә ул - тине.
... Артҡа сигергә һуң ине инде, бер башлағас ,,уйынды,, - уйна!- тип уйланы үҙенсә Фәнил.
-,, Оҙаҡлап киттем, бер аҙна үтте, Нәғимгә өйҙә минһеҙ ҡыйындыр, - тип, -кисәге автобусҡа ултырып
ҡайтып китте ул. Эштән һуң алып барырмын- тигән инем,-
Һинең эштән ҡайтҡаныңды көтөп ултырмайым, тине.
Үрге остағы Фәүзиә апай ҙа автобуста бар ине, бергә ҡайттылар- тине Гөлниса, - тиеп ,,шыттырған,,
хәбәрҙәрен Фәнил бер тында әйтеп бирҙе.
Былай ҙа кәйефһеҙ генә ултырған Нәғим бажаһы, шымтайып башын эйҙе.
—Мин кәртүк, кишер алырға килгән инем, - тип Фәнил баҙға төшөп китте. Хәҙер баҙҙан сыҡҡас ,
бажаны ҡаңғыртмай, шаярттым бит, тип әйтермен тип уйланы.
Баҙҙан сығыуға, бажаһы өйҙә юҡ ине.
Ҡайҙа булды икән, малдарын ҡарарға сыҡтымы микән ,тип, кәртә эсенә сығып ҡарап инде.
Бажаһы бер ҡайҙа ла юҡ ине...
Бер сәғәттәй көтөп ултыра биргәс, ҡатын да өйҙә аптырап көтәлер тип, Фәнил ҡайтырға сыҡты.
Өйҙә ҡайынбикәһе : ,,Гөлниса күршеләргә китте, кемдер телефонға саҡыра тип әйттеләр , тип ҡар-
шыланы.(Ул ваҡытта сотовый телефондар юҡ ине) Күп ~тә үтмәй ҡатыны ҡайтты ла, аптыраулы ҡара-
шын иренә төбәп:
" Нимә булған ауылда, Әлиә (ҡайынбикәнең ҡыҙы) шылтырата, ,,Әсәйем һеҙҙәме?,,- тей.
Мин: ,,Беҙҙә, бына ҡоротлап аш ашарға йыйынабыҙ,,- тигән булам.
Ә ул: ,,Иртәгә үк әсәйемде ауылға килтереп еткерегеҙ,,- тине лә, телефонды һүндерҙе тип, һораулы ҡа-
рашын иренә йүнәлтте.
Фәнил ни әйтергә белмәй, иңбаштарын һикертеп ҡуйҙы...
Иртәгәһен курсташтары менән осрашыуҙан һуң ауылға юл тоттолар.
.... Бына нимә булып бөткән икән ауылда.
Фәнил баҙға төшөп киткәс, Нәғим бажаһы ҡатынының кисәге ҡайтып етмәүенә аптырап, моғайын уларҙалыр тип, ҡыҙына барған. Хәлде һөйләп биргән. Әлиә ҡыҙы:
- Атай, көймә әле, Фәнил еҙнә бәлким шаяртҡандыр. Һәр ваҡыт хәбәрҙәрҙе уйынға борорға торғанын
беләһең бит, - тип тынысландырырға тырыша.
Шулай ҙа Әлиәнең дә күңелен борсолоу ҡорто кимерә башлай.
''-Юҡ, булмаҫ, автобуста кем менән ҡайтҡан тинең әле? Әйҙә барып киләйек.'' Икәүләп үрге оста йәшәүсе Фәүзиәгә барғандар. Ә уныһы:
" Гөлгөнәне күрмәнем, автобуста булманы,,- тигән.
Уйлана торғас телефондан Гөлниса апаһына шылтыратып белешергә булғандар....
Шулай итеп уйындан уймаҡ сыға яҙҙы.
Ярай, Нәғим бажаһы тыныс холоҡло....м