+13 °С
Ясно
Ғәләмәт бит
28 Сентября 2022, 05:54

Артистар китте... махсус операцияға

Сибай филармонияһы етмһерәп ҡалды.

Артистар китте... махсус операцияғаАртистар китте... махсус операцияға
Артистар китте... махсус операцияға

Сибай театр-концерт берекмәһенән биш бейеүсе, ике йырсы, ике музыкант, ике драма артисы һәм бер сәхнә биҙәү хеҙмәткәре, шулай уҡ Сибай драма театрының өс артисы мобилизацияға эләкте. Егеттәргә иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. 

Әйткәндәй, уларҙың "Башҡорттар китте һуғышҡа" йырын йырлап автобуста барыуҙары интернет киңлектәрендә үтә популяр яҙмаға әүерелде.

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас