-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
28 Сентябрь 2022, 16:23

Конфуций - аҡыл эйәһе

Бынан ике мең йылдан ашыу элек йәшәгән ҡытай философының тыуған көнөндә уның әйткән ҡайһы бер фекерҙәрен иҫкә төшөрәйек.

Конфуций - аҡыл эйәһе
Конфуций - аҡыл эйәһе

Тәртип булмаған илдә йәшәһәң - телеңде тый.

Кәңәште тамсылап ҡабул итәбеҙ, биҙрәләп таратабыҙ.

Өс нәмә кире ҡайтмай: ваҡыт, әйтелгән һүҙ, мөмкинлек. Шуға күрә ваҡытыңды юғалтма, ауыҙыңды үлсәп ас, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырма.

Күңелегеҙгә ятҡан эш һайлағыҙ. Һеҙгә бер көн дә эшләргә тура килмәҫ.

Арҡаңа төкөрәләр икән, тимәк, алда бараһың.

Кешеләрҙе әҙерлекһеҙ килеш алышҡа оҙатыу - уларҙы һатыу ул.

Автор: Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас