-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
4 Октябрь 2022, 19:15

Ҡыҫҡа хикәйәләр

Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та.

Ҡыҫҡа хикәйәләр
Ҡыҫҡа хикәйәләр

Башҡорт аштарын һағынам

Сит тарафтарҙан ҡунаҡтар килеп төштө. Уларға Өфө бик оҡшаны – ҡала йылдан-йыл матурлана бара шул. Урамдар буйлап йөрөй торғас, һыуһатты – утыҙ градус эҫелек уйнатмай.

- Башҡорттоң данлы ҡымыҙын эске килә, - тине ҡунаҡтарым. Кафелар күп хәҙер, унда йәнең теләгән бөтә нәмә – нимес һыраһы ла, Краснодар крайынан килтерелгән минераль һыуҙар ҙа бар – ҡымыҙ ғына юҡ. Йөрөй торғас, ҡорһаҡ аҫты бөтөнләй бушаны.

- Башҡорт бишбармағын, ҡаҙыһын, ҡулламаһын бик маҡтайҙар, тәмләп ҡарайһы ине, - тиеште ҡунаҡтарым.

Өфөнө бер итеп башҡорт аштарын эҙләйбеҙ. Грузин, әрмән, үзбәк, япон, ҡытай аштары күп – башҡорттоҡо юҡ. Аптырағас, ҡунаҡтарҙы әрмән коньяғы, япон сушийы менән һыйларға тура килде. -Ярай, ҡайтышлай барыбер Мәскәүгә керәбеҙ, унда бер кафела башҡорт аштарын бик тәмле бешерәләр, - тип йыуатты мине ҡунаҡтарым. Минең дә Мәскәүҙе барып күрге килеп китте. Илебеҙҙең баш ҡалаһы урамдарын бер итеп йөрөрмөн, туйғансы башҡорт аштары менән һыйланырмын, исмаһам.

Дуҫтар

“Бәйләнештә” селтәрендә дуҫтарымдың һаны ике меңгә етеп килә, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша Ғариф. Беҙ быға ихлас ҡыуанабыҙ. Бәй, шундай аҡыллы, йәш, сибәр егеттең дуҫтары күп булырға тейеш инде. Интернетта әллә күпме билдәле шәхестәр, ысын йондоҙҙар менән танышыуына аҡ көнләшеү менән ҡарайбыҙ. Йырҙарын бөтөн республика һоҡланып тыңлаған, күҙ ҡамаштырырҙай матур артистка менән хәбәрләшеүенә һоҡланабыҙ. Үәт, афарин егет!

Бер көн Ғариф эшкә төш ауғас ғына килеп етте. Баҡһаң, машинаһы ватылып, ике сәғәт буйы юлда ултырған икән.

- Күпме ҡул күтәреп торҙом, эт тә туҡтамай, әллә күпме дуҫҡа шылтыраттым, береһе бушамай, - тип туҙынды ул.

Иң өлкән хеҙмәттәшебеҙ, уны байтаҡ тыңлап ултырғас, үҙ һүҙен әйтеп ҡуйҙы:

- Виртуаль донъялағы ике мең дуҫыңды ике ысын дуҫҡа алыштыр һин. Кешенең ҡыуанысты ихлас уртаҡлашыр, бәләгә ҡалғанда ярҙамға ташланыр дуҫтары икәү-өсәүҙән дә артмай ул.

Бәлә-ҡаза

Дәүләт ойошмаһына ингәс тә тойҙом был шомло тынлыҡты. Хеҙмәткәрҙәр үтә ҡайғылы сырай менән үтеп-һүтеп йөрөй, ғәҙәттәгесә, көлөү, шаян һүҙҙәр ишетелмәй. Тәмәке тартыу бүлмәһендә балта элеп ҡуйһаң да төшмәҫ – шундай ҡуйы төтөн. Ғәжәп – урынында тыныс ҡына эшләгән берәүҙе лә осратмаҫһың, берәүҙәр телефондан һөйләшә, икенселәре аптырашып өймәкләшеп тора, кем елкәһен тырнай, кем башын тотоп ултыра.

- Донъялағы ҡан-ҡойошҡа ҡайғырамы әллә халыҡ? - тип аптырап һорайым ошонда эшләүсе, нисектер бирешеп, ҡартайып киткән Йәмил дуҫымдан. Теге күҙенең ағы менән генә ҡарап ҡуйҙы.

- Бразилияла төнгө клубта байтаҡ кеше һәләк булған, үәт, әй, унда ла тәртип юҡ икән, - тим. Йәмил ҡулын ғына һелтәп ҡуйҙы. Быларҙы шундай ҙур ҡайғыға төшөргән тағы ниндәй һәләкәт булды һуң донъяла?

- Әллә коллективта берәйһе бәлә-ҡазаға тарынымы? - тип төпсөнәм һаман. Дуҫымдың ғазаплы ҡарашын күреп, үҙемдең дә тамаҡҡа төйөр килеп тығыла.

- Бәләнең дә ниндәйе! - Йәмил тәрән көрһөнөп ҡуя. - Төшкә тиклем интернет булмай тинеләр бит, хәҙер нисек эшләргә, нимә ҡылырға, ә?

Дөрөҫ тәрбиә

Күршем менән һөйләшеп торабыҙ.

- Балаларың эш рәтен белә, - тим һоҡланып, - ана бит, малайың ун биш йәштән тракторыңда ла, машинаһында ла теттереп йөрөй, ҡыҙың йорттағы бөтә эште бөтөрә, дөрөҫ тәрбиә бирәһегеҙ, уларға тормошта еңел булыр...

- Мин дә шуны әйтәм шул, - тип һүҙгә ҡушыла һәр ваҡыт ҡыҙмаса йөрөүсе, баш төҙәтеп ҡайтып килеүсе икенсе күршем. - Фәриттәргә барғайным, туғыҙҙа уҡыған малайы һыуытҡыстан йүгертеп көмөшкә килтерҙе, биштә уҡыған ҡыҙы рюмкаларҙы таҙа сепрәп менән һөртөп өҫтәлгә ҡуйҙы. Йүгерешеп йөрөйҙәр, бына, исмаһам, тәрбиә!

Марат Әминев.

Автор: Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас