+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
29 Март 2024, 09:51

Бурҙар беҙҙең арала

– Ишеттеңме бер хәбәр, Башҡортостанда бурҙар күбәйгән икән!

Бурҙар беҙҙең аралаБурҙар беҙҙең арала
Бурҙар беҙҙең арала

- Таптың һүҙ! Уларҙың кәмегәне лә булманы! Автобусҡа ултырһаң, кеҫәңә керәләр, магазиндағы һатыусынан алып таксистҡа тиклем һине төп башына ултыртырға самалай!

- Шулайын шулай! Тик замана бурҙары күҙеңә күренмәй генә кеҫәңә керергә өйрәнгәндәр.

- Уныһы нисек була тағын? Сиғандар йәки экстрасенстар килеп тулғанмы әллә?

- Юҡҡа аптырама, беҙҙең төбәккә кем генә килмәй. Тик былары телефон аша аҡса сәлдереүселәр. Уларҙың ысулы бик ябай: шылтыраталар ҙа банк йәки полиция хеҙмәткәре булып һөйләшәләр. Йәнәһе, банкыға һалынған аҡсаны кемдер сәлдерергә маташа, бурҙы эҫе мәлендә эләктерер өсөн аҡсаны икенсе иҫәпкә күсерергә кәрәк. Кемдер һинең исемдән кредит алып маташа, тип тә ҡармаҡҡа эләктереүҙәре мөмкин. Бына бит, бурҙар нисек аҡылланды. Табыштары ла әҙ түгел – 2023 йылда ғына Башҡортостан халҡының 2 миллиард 600 миллион һум самаһы аҡсаһына “айыу майы” һөрткәндәр, мәлғүндәр. Уның яртыһы тирәһе өфөләр иҫәбенә тура килә икән. Сос әҙәмдәр көн һайын уртаса алты-ете миллион һум аҡса сәлдерә. Халыҡ мәҡәлен замансаға үҙгәртеп, кеше кешегә дуҫ, иптәш һәм бүре, тип әйтергә генә ҡалдымы хәҙер! Телефондан таныш булмаған кешеләр менән аралашмаҫҡа, улар тоҙағына нисек тә эләкмәҫкә инде.

- Үәт, замана! Ишетмәһәң – ишет!

Марат Әминев.

Автор:Марат АМИНЕВ
Читайте нас