Эскесегә һин – эскесе, тинем.
Ғәрлегенән егет айныҡты.
Ике ҡуллап өҫкә күтәрҙе лә
Башы аша ергә ырғытты.
Күләүеккә барып төшкәнемде
Күреп торған икән Илгиҙә.
Фәрүәз эсеп аунап ятҡан, тигән
Ялған хәбәр хәҙер ил гиҙә.
Һин – ғәйбәтсе, тинем Илгиҙәгә.
Оҡшатманы, яҙған ғариза.
Судья ҡарар уҡый. "Һин – ғәйбәтсе"
Тигән өсөн алдым бит яза.
Дөрөҫ һөйләү модала юҡ икән,
Өҫтә йөрөй һүҙҙең ялғаны.
Әллә, тимен, яҡынлаша микән
Кешелектең ахрызаманы?