– Бәй, Ҡушғәле, Өфө – Ырымбур юлы республиканың күп өлөшө аша үтә бит, дөрөҫ
эшләйҙәр.
– Шулайын шулай ҙа, тик юлсылар шул тиклем ҡыҙыу эшләй, хатта ял итергә лә
оноталар,ти.
– Ҡыш буйы бесәй кеүек эшһеҙ интегеп өйҙә яттылар түгелме һуң, батырға ла...эш һәм аҡса
кәрәк.
– Ә һин күҙ алдыңа килтер: 1 май, иртәгә барыһына ла эшкә, ә улар бер генә машина үтерлек
юл ҡалдырып, ҡыҙыу рәүештә юл ремонтлай. Һөҙөмтәлә тығындар тиҫтәләрсә саҡрымға
һуҙылды, миңә, мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалынан Өфөгә тиклем бер сәғәтлек юлға дүрт сәғәт
сарыф итергә тура килде.
– Бынағайыш, ишетмәһәң-ишет! Был юлсыларҙың башына тай типкәнме әллә? Улар махсус
график буйынса төндә һәм иртәнге сәғәттәрҙә генә эшләргә тейеш түгелме һуң? Был эҫе
көндә меңәрләгән кеше Өфөгә йәйәүләп ҡайтырҙай булғандыр. Шағир Тимер Арслан
әйтмешләй:
“Асфальт йылы, миңә рәхәт -
Яланаяҡ һыпыртамын”.