Ғүмер буйы булды ялағай
Ә хәҙер – орденлы ағай.
Дан-вазифа – тызырая апай,
Хатта яҡындарын иҙә-тапай.
Улына йыям, ти, юғары балл –
Оҙата түрәгә феләкләп бал.
Көс йәлләмәйҙәр кеше
“майлауға” –
Ахыры, ваҡыт етә һайлауға.
Ус аяһындай урын –
бында кәрәк йорт һалаһы!
Ҡырмыҫҡа иләүе һин, эх,
Өфө ҡалаһы!
ҺӘНӘк ағай.