+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
2 Июнь 2024, 06:05

Тоҙаҡ

Юмореска

ТоҙаҡТоҙаҡ
Тоҙаҡ

Иртәгә командировкаға. Телефонға "зың" итеп килеп төшкән хәбәр ошо турала ине. Бындай хәлдәргә өйрәнеп бөткән Марс, шуға әллә ни иҫе китмәне. Баш ҡалала ярайһы ҙур ғына предприяте менән килешеү төҙөп, продукцияны тура тапшырыу – сираттағы бурысы. Алыш-биреш өлкәһендә ярайһы шымарған Марсты йыш йөрөтәләр бындай эшкә.

Документтар тултырылған портфелен тотоп, ул иртән аэропортта ине.

Юлда барғанда директор шылтыратып: "Һин унда иғтибарлыбыраҡ, ҡатын-ҡыҙ булһа, бигерәк тә", – тине, әллә уның өйләнмәгәнлегенә , әллә ул яҡҡа "мут"булыуына ишаралап. Эстән генә көлөмһөрәне лә: "Әлбиттә", – булды яуабы. "Өйрәнгән баш, бирешмәбеҙ, күргән бар ундай ғыналарҙы" тигән уй менән, самолетҡа ултырғас та, йоҡоға сумды.

Аэропортта уны ҙурлап, машина менән ҡаршы алдылар. Матур офисҡа эшлекле кейем-ҡиәфәттәге ир менән модель кеүек ҡыҙ әйҙүкләп индереп алып китте. Генераль директор бүлмәһендә етди генә һөйләшеүҙән һуң, аңлашып кәрәкле документтарға имза һалынды.

Предприятие етәкселеге үтә лә ҡәнәғәт ине, сөнки туранан-тура килешеү төҙөү һирәк эләгә. Продукция хаҡы ла түбән була, үҙҙәренә лә килем артығы менән ҡала.

Бындай үтә лә файҙалы эште билдәләп үтмәү мөмкин түгел тип, ресторанға юлландылар. Марс үҙе лә ҡәнәғәт ине уңышлы эштән.

Өҫтәл артында бер аҙ тел "асҡысы" менән һыйландылар. Унан, төрлө хәлдәр, тормош тураһында һүҙ башланды. Үҙенең буйҙаҡ икәнлеге хаҡында ла ысҡындырҙы аңғармаҫтан. Шунан инде эргәһендә ултырған һылыуҙың уға ҡыҙыҡһыныуы бермә-бер арта төшөүен иғтибар иткәндәй булды. Тағы бер нисә мәртәбә матур һүҙҙәр менән рюмкалар күтәрелде. Ҡыҙмаса булып алған эшҡыуарҙар араһында, хәҙерге ваҡытта бер модаға әйләнгән селфи, бер-береһенең телефондарына фото төшөү башланды.

"Модель" ҡыҙҙы эргәһенә ултыртып фотоға төшөрөү һылтауы менән, "бер төрлө" булып алған Марстың телефонын икенсеһе алды.

Унан "брудершафт", "мөхәббәт өсөн" тиеп бер-бер артлы күтәрелгән тостарҙан һуң, кеҫә телефонының "кәрәге" ҡалмағайны. Модель, модель инде – биреште был юлы Марс.

Даринаның күптәнге хыялы – аҡсалы кейәү табыу. Тик һаман яйы килеп сыҡмай. Бер нисә тапҡыр инде ҡапты тигәндә ҡулынан ысҡынған "бөркөттәр" ҙә булғыланы. Был тик уның сәмен генә арттырҙы. Төрлө хәйләле юлдар эҙләне үҙенең әхирәте менән. Таптылар ниһайәт. Хәҙерге интернет технологиялары үҫешкән ваҡытта, бер ҡайҙа ла бармайынса ла хәл итеп була бит. Ошо алым бигерәк хуш килде күңеленә "һунарсыларҙың". Тик кеҫә телефоны кәрәк. Бына бөгөн уңайы ла сыҡты.

Төҫкә-башҡа ыҫпай, эшлекле Марсты күргәс тә, үҙенең бәхетен ныҡ "тоҙаҡларға" булды Дарина. Ҡорған пландары ла ыңғай ғына бара. Модель айлы-көйлө булған Марсты әүрәтте. Шул арала Дарина уның телефонынан киң билдәле ҡушымтаны асты һәм үҙенең хыялын тормошҡа ашырып та ҡуйҙы. Йәғни, уның исеменән өйләнергә теләүе тураһында мәғлүмәт тултырып "отправить"ҡа баҫты ла татлы хыялға сумды.

Марстың самолеты иртән үҙ ҡалаһының аэропортына ҡунаҡлауы булды, телефонға "зың" итеп "смс"килеп төштө. Асып ҡарауға, күҙҙәре футбол тубы кеүек түңәрәкләнде эшҡыуарҙың. Ҡушымта уның никах теркәү тураһындағы ғаризаһын ҡабул итеүен раҫлауын хәбәрләне.

Тап ошо мәлдә бәхетле Дарина туй магазинында матур күлдәк һайлай ине.

Хәмит ҠАРАМАЛИНСКИЙ.

Автор:Марат АМИНЕВ
Читайте нас