+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
2 Июнь 2024, 06:21

Велосипед

Юмореска

ВелосипедВелосипед
Велосипед

Кәбиров телефон трубкаһын һалды.

– Автоинспекцияға, бөтә милиция пунктарына хәбәр ителде. Һөҙөмтә нисек булыр – ваҡыт күрһәтер.

– Рәхмәт, лейтенант иптәш, рәхмәт, – тип һөйләнде өҫтәлдең икенсе яғында ултырған ир. – Ошолай килеп сығыр тип кем уйлаған инде.

– Уйларға кәрәк ине ине, иптәш, от тәк! Ниңә машинағыҙҙы бикләмәй ҡалдырҙығыҙ?

– Ниңә тип ни...

– Үҙ әйберегеҙ өсөн үҙегеҙ бошонмағанды, от тәк, беҙ ҡайғырырға тейешме?

Участковый кабинетына бер ҡарт өтәләнеп килеп инде:

– Улым, – тине Кәбировҡа ҡарап. – Әйҙә әле, тиҙ генә! Ҡуҙғалһаңсы...

– Ни булды, бабай?

– Ни... тегендә лисәпитте урланылар.

– Уныһы тағы нимә була?

– Һуң, ана теге ике тәгәрмәсле ен арбаһы инде. Самокат!

– Тороп тор әле, бабай! Бында унан да етдиерәк мәсьәләләр тыуып тора, от тәк. Бына был иптәштең машинаһын урлағандар. Сабыр ит, бабай, тышҡа сығып көтөп тор. Һәр нәмәнең үҙ сираты бар, от тәк. Тәртип кәрәк.

Ҡарт бик түҙемле кеше булып сыҡты. Кәбиров урланған машина менән эшен тамамлап, төшкө ашҡа китергә тип урамға сыҡҡанда, бабай подъезд ҡаршыһындағы эскәмйәлә тыныс ҡына гәзит уҡып ултыра ине. Ҙур мәсьәлә менән булып, ҡартласты онотоп киткән икән.

– Тәк-тәк... Лисәпитте урланылар тиһең инде, бабай? Ҡасаныраҡ булды инде был хәл?

Бабай ҡулын һелтәне:

– Бая-а-а уҡ булды, – тине һуҙып ҡына.

– Нисегерәк булды?

– Нисек, тип ни... Ниндәйҙер бер эт ҡайышы йүгереп килде лә атланып китте лә барҙы. Туҡта, ыристан, тигәйнем, помалкивай старый дурин, а то башку отсеку, тип китте.

– Тәк, тә-әк. Һин үҙең ҡайҙа йәшәйһең?

– Ауылда. Улыма ҡунаҡҡа килдем. Ул бына ошо подъезда йәшәй.

– Ниңә улай ауылдан ҡалаға лисәпит менән килдең? Автобус менән йөрөп булмаймы ни?

– Минеке түгел ул. Подъезд ишеге янындағы тәҙрә аҫтында һөйәүле тора ине.

Ҡарт ымлаған урынға ҡарау менән Кәбировтың башы шаулап китте.

– Ниңә уны миңә шунда уҡ кереп әйтмәнең? – тип ыуаланып ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

– Кергәйнем дә бит, үҙегеҙ, мөһимерәк эштәрем бар, тинегеҙ.

Ҡарт ҡулдарын һелтәй-һелтәй тағы ниҙер һөйләне, тик Кәбиров уны башҡаса тыңламаны. Уның башын был саҡта: “Ниңә бөгөн шуға атланып киләһе иттем? Малай, велосипед алып бир, тип йәнә ҡолаҡ итемде ашай икән!” – тигән уй ҡайната ине.

Хәмит ИРҒӘЛИН.

Автор:Марат АМИНЕВ
Читайте нас