+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
2 Июль 2024, 07:51

Иҫерек башлыҡ

Өлгөр ТИКТОРМАҪОВ.

Иҫерек башлыҡИҫерек башлыҡ
Иҫерек башлыҡ

Һуңғы йылдарҙа спиртлы эсемлектәр ҡулланыу кәмей, буғай. Һәр хәлдә статистика шулай күрһәтә – ә ул бик һирәк осраҡта ғына дөрөҫөн сағылдырмай. Ә бына Баҡалы районы хакимиәте башлығы Олег Ефимов фекеренсә, әгәр ихлас күңелдән һыйлайҙар һәм эсемлек өсөн үҙ кеҫәңдән сығарып түләмәйһең икән – рәхәтләнеп ҡунаҡ бул. Һабантуй мәлендә тирмәлә араҡы эсеп ултырғаны өсөн уны хатта республика башлығы Радий Хәбиров ҡаты тәнҡит утына тотто.

“Һәнәк” фекеренсә, әгәр күңелле итеп йәшәйһең килһә, кәйефең һәр саҡ күтәренке булыуын теләһәң – беҙҙең журналға яҙыл! Юғиһә, Баҡалы районында беҙҙең баҫманы алдырыусылар бик әҙ. Ҡулдарына рюмка тотҡансы гәзит-журнал алһалар һәйбәтерәк булыр ине, әлбиттә.

Автор:Марат АМИНЕВ
Читайте нас