+22 °С
Ясно
Ғәләмәт бит
23 Июля , 07:23

ТРЕВОГА

Ул төндө Батыр ҡатыны менән туйҙа булғайны. Таңға ҡарай ҡайтып ятыуҙары бүлды, көслө итеп ишек шаҡынылар. Унан һуң тағы ла көслөрәк: “Батыр ағай тревога ! Йәһәт кенә экипировкаңды ал да, отделға!” - тигән тауыш яңғыраны.

ТРЕВОГАТРЕВОГА
ТРЕВОГА

ТРЕВОГА
Мансур Багаув. Әбйәлил районы.

 

Ҡайсаҡ милиционерҙарҙы ла армиялағы кеүек «Тревога» менән күтәрәләр. Һанаулы минуттар эсендә хеҙмәткәр эш урынына килеп етергә тейеш.Ул үҙе менән беренсе кәрәклек предметтары, ике көнлөк паек алыу мотлаҡ.
Ул төндө Батыр ҡатыны менән туйҙа булғайны. Таңға ҡарай ҡайтып ятыуҙары бүлды, көслө итеп ишек шаҡынылар. Унан һуң тағы ла көслөрәк: “Батыр ағай тревога ! Йәһәт кенә экипировкаңды ал да, отделға!” - тигән тауыш яңғыраны.
Яртылаш иҫерек Батыр сайҡала-сайҡала формаһын кейҙе лә, «Тревожный чемодан»ын тултырырға булды. «Барыбер, асып ҡарамайҙар ул, тумтайып торһа булды» - тип шифоньерҙың ике кәштәһендәге сепрәк-сапраҡты тултырҙы.
Тревога буйынса йыйылған милиция хеҙмәткәрҙәрен урамда теҙеп ҡуйҙылар. Башҡаланан килгән тикшереүсе милиция майоры ҡабаланмай ғына һәр берәүҙең документтарын тикшерҙе, төрлө һорауҙар бирҙе. Бына ул Батырҙың ҡаршыһына килеп баҫты. « Инспектор уголовного розыска лейтенант Басыров» - тип үҙен таныштырҙы офицер. Тикшереүсе юморлы кеше булып сыҡты, ахырыһы.
- Ниндәй хушбуй һөрткәнһегеҙ лейтенант? «Пшеничный»… «Столичный»… Әллә «Русская водка»мы? – тип һораны ул.
- Ғәйеплемен иптәш майор…Мин ял һорап алғанмын, әле туйҙан ҡайтып та өлгөрмәнем саҡыртып алдылар.- тип яуап бирҙе лейтенант. Уныһы ары китәр, тип уйлаһа ла, майор ҡабаланманы. Батырҙың аяғы янындағы «тревожный чемодан»ға текләп ҡарап торҙо ла: “Һеҙ лейтенант куп ашарға яратаһығыҙ,ахырыһы. Портфелегеҙ башҡаларҙыҡынан ике тапҡыр ҙурыраҡ. Күрһәтегеҙ әле, экипировкағыҙҙа нимәләр барын” - тине. Батыр урынынан да ҡыбырламаны, сөнки портфельде асырға ояла ине ул. Майорға ярҙамға замполит килде лә уны асып, эсендәге нәмәләрҙе, сепрәк-сапраҡты асфальт өҫтөнә өйә башланы. Шул мәлдә стройға теҙелгән офицерҙәр тыйыла алмай көлә башланылар. Сөнки лейтенанттың экипировкаһы: ҡатын-ҡыҙҙарҙың эске күлмәге, лифчик, трусик, колготкаларҙан тора ине.
- Һуңламайым, тип ҡабаланып шифоньерзың кәштәләрен бушатҡайным.. Ошоға тиклем улай тикшергәндәре юҡ ине әле, – тип аҡланып маташты лейтенант. Ләкин майор уны тыңлап торманы, башын сайҡап йылмайып ары китте. Битенән алып һүкмәгәненә, эсенән рәхмәттәр уҡып, уның генералға барып етеүен теләп, ҡыуанып ҡалды айнып өлгөрмәгән Батыр.
«Отбой» командаһы булғас, офицерҙәр таралышырға уйламанылар, сөнки эш көнө башланыуына сәғәттәй ваҡыт ҡалғайны. Батыр улар менән байтаҡ ҡына һөйләшеп торҙо ла, «ҡайғы сумаҙанын» алып ҡайтырға булғайны, аптырауҙа ҡалды. Ике йыл элек начальник бөтәһегеҙҙеке лә бериш булһын, тип бер төрлө портфелдәр алдыртҡайны. Стена буйына теҙелгәндәрҙең ҡайныһы минеке икән, тип баш ватып торманы, эләккәнен ҡулына апды ла ҡайтып китте. «Көнө буйы йоҡлаясаҡмын, алла бирһа» - тип уйланы ул.
Ләкин төшкә табан тәмле төштәрҙе өҙөп,ҡатындың йылы ҡосағынан айырып ишек шаҡынылар. Батыр һуҡрана-һуҡрана барып ишекте асһа,үҙәк участка инспекторы милиция капитаны Сәлимов тора. Асыуы йөҙөнә бәреп сыҡҡан,ҡулында йыуан портфель.
- Һин, мальчишка, мә мөлкәтеңде, минекен бир ! Еңгәң чуть үлтермәне.
Ҡайтып ингәс, портфелде бушатырға ҡушҡайным…Кем белгән унда ни барын. Давай,кейендә минең менән киттек. Атыу миңә ышанмай. Һинең телең таҫма бит,моғайын,аңлата алырһың. Әйҙә, әйҙә, тиҙерәк бул ! – тип ҡабаландырҙы ул.
- Ҡайҙа йөрөйһең алтыным? Ярай, ғәфү ит инде мин алйотты. Әле тәфтишсе Зәлифә менән һөйләшкәйнек. Батыр ҡәйнеш тураһында һөйләп һынды ҡатырҙы һөйләп һынды ҡатырҙы. Әйҙәгеҙ үтегеҙ, билмәнем дә әҙер. Күңелле итеп бер ултырып алайыҡ. Ә һин ҡәйнеш тревогалағы мәрәкәңде үҙең һөйләрһең инде - тип хихылдап ҡаршы алды хужабикә. Тубыҡтары ҡалтырап, уҫал еңгәһенән ҡото осоп йөрәген ҡулына тотоп килгән Батырҙың ҡурҡышынан бөкөрәйгән кәүҙәһе төҙәйеп китте, йөҙөнән йылмайыу нурҙары һирпелде. «Эй, хоҙайым, быныһынанда еңел ҡотолдом...» - тип уйланы ул.

Автор:
Читайте нас