+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
12 Март 2022, 19:30

Көлә алһаң, уҡып ҡара

Йәйге эҫе. Һалдаттар әлһерәп маршта килә һәм күләгәлә ял итергә туҡтай. Сержант ҡысҡыра: – Кемегеҙҙең һыуы бар?! Яуап ишетелә: – Яҡташ, минеке бар! Сержант өндәшә: – Ниндәй яҡташ? Дәрәжә буйынса өлкән кешегә нисек өндәшәләр? Һалдат яуап бирә: – Иптәш сержант, һыу юҡ, һәм һыу булмаясаҡ.

Көлә алһаң, уҡып ҡара
Көлә алһаң, уҡып ҡара

Йәш ғаиләгә хәл белергә кейәүҙең әсәһе килеп инә. Ҡайҙа ҡарама    – ватылған һауыт-һаба һәм туҙҙырылған кейем-һалым.

– Эй, кейәү, әллә боҙолоштоғоҙмо?

– Юҡ, ҡәйнәм, боҙолошманыҡ, һуғыштыҡ.

Ҡәйнә фатирҙы ҡарап сыҡҡандан һуң йоҡо бүлмәһенә лә күҙ һала:

– Өр-яңы диванды ла емергәнһегеҙ икән.

– Юҡ, ҡәйнәм, емермәнек, дуҫлаштыҡ.

“ҺӘНӘК”

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: