Күҙе-башы күгәргән, бите тырналған ир дауаханаға килә.
– Фамилияғыҙ, исемегеҙ?
– Гәрәев Фазыл.
– Өйләнгәнме?
– Юҡ-юҡ, өйләнмәгән, өй башынан ҡолап төштөм.
* * *
Ике ҡатын үҙ-ара һөйләшә:
– Һинең уңғанлығыңа таң ҡалам. Нисә кермә, иреңдең күлмәген йыуып, костюм–салбарын таҙартып, үтекләп, иреңде хәстәрләп йөрөйһөң. Был тырышлығыңды баһалаймы һуң?
– Эш баһалау, баһаламауҙа түгел. Минең ирҙе күргән һәр кеше уның хужабикәһе барлығын аңлаһын.