-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
26 Май 2022, 16:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Картуф сәскәндә Юмореска

Яҙҙың иң күңелле мәле, йәм-йәшел үлән тиртте. Муйыл һыуығы үтте. Хәҙер иркенләп тороп картуф сәсергә мөмкин. Дөрөҫөн әйткәндә, үткән йылдарҙа икенсе икмәктең абруйы шаҡтай төштө, халыҡ ҡош-ҡортҡа, һуғымға өҫтөнлөк бирҙе, картуфты һанға һуҡмай башлағайны. Былтырғы ҡоролоҡ уға яңынан боролорға һәм хөрмәт менән ҡарарға мәжбүр итте. Уның ҡарауы, ер һөрөүсе егеттәр кинәнә быйыл. Сутыйын мең тәңкәгә күтәреп ебәрҙеләр. 15 сутый икән 15 меңеңде әҙерлә. Элекке һымаҡ бер ярты етмәй. Бер феләк әсе балыңа боролоп та ҡарамаясаҡтар. Ниһайәт, беҙҙең халыҡ та аҡса эшләргә өйрәнә.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  Картуф сәскәндә Юмореска
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Картуф сәскәндә Юмореска

Ә Ғәләүи өйөндә яңғыҙ. Бисәһе ҡайтып китте, балалары әсәһе эргәһендә. Көнө-төнө айнымаған ир кемгә кәрәк инде. Ғәләүи түшәмгә ҡарап ятҡан арала, ишек шаҡынылар.

– Инегеҙ, – тип һөрәнләне ул, боролоп та ҡарамай.

Инделәр. Өсәүҙәр. Арығандар, сарсағандар.

– Тапманыҡ, – тине Мәғнәүи, һүҙен раҫлар өсөн ҡатлап-ҡатлап һүгенде.

– Юҡ ул, быйыл ҡоймаған, – тине Сәмиғ.

Өсөнсөһө өндәшмәне, һүҙҙәрен раҫлап баш ҡағып ҡына ҡуйҙы.

Ғәләүи аҡрын ғына торҙо, шешәләштәренә мыҫҡыллы ҡарап йылмайҙы:

– Эх, һеҙ, егеттәр, – тине ул, тапһағыҙ ғәжәп булыр ине.

– Үҙең эҙләп ҡара, – тине Мәғнәүи. – Шунан беҙҙән көлөрһөң.

– Ә мин нимә эшләргә йыйынам, – тине Ғәләүи. – Әйҙәгеҙ, тағы ла бер күрһәтеп ҡарайым.

Иң тәүҙә Сабира ҡарсыҡтың ҡыштан ҡалған тиреҫ өйөмө эргәһендә туҡталдылар.

– Сеүегеҙ, тәүҙә тыңлайбыҙ, – тине Ғәләүи һәм тиреҫ ҡорто һымаҡ еҫкәнде. – Тиреҫе яңы яна башлаған. Һәнәкте бирегеҙ.

Ғәләүи мина яланындағы сапер һымаҡ, һәнәктең дүрт сатаһын да аҡрын ғына тиреҫ өйөмөнә батырҙы. Бер әйләнеп сыҡты өйөмдө, икенсегә урап китте. Бер урында оҙағыраҡ соҡондо.

– Ошонда соҡоп алығыҙ, – тине ул олпат ҡына итеп.

Теге өсәү ҡуян ҡыуған һунар эттәре һымаҡ тиреҫкә ҡаҙалды һәм 20 литр һыйышлы полиэтилен һауытты һөйрәп сығарҙы.

– Мәгеҙ, йүләрҙәр, ағайығыҙ иҫән саҡта өйрәнеп ҡалығыҙ.

– Ағай, ағай, ҡайҙан белдең? – тип таң ҡалды Исмай.

– Быға ни һуҡыр күрәҙә лә кәрәкмәй, – тине Ғәләүи һауалы ғына. – Кем былтыр Сабира инәйҙең тиреҫ араһына күмеп ҡуйған бер сирек балын ике төндә эсеп бөттө.

– Эй, булды инде, – тине Мәғнәүи. – Хатта етмәй ҡалды.

– Ә кем ғәйепле? – тип ныҡышты Ғәләүи.

– Әпәт беҙ инде, – тине Исмай.

– Эх, егеттәр, әбейҙе юҡҡа рәнйеттегеҙ, – тине Ғәләүи. – Элек нисек була торғайны, балын табабыҙ, бер-ике күнәк алабыҙ ҙа, алмашҡа ике күнәк һыу өҫтәйбеҙ. Әлбиттә, ҡырҡыуыраҡ була, бал әсей. Ә һеҙ рәхмәт йөҙөнән нимә эшләнегеҙ? Феләкте һөйрәп алғанһығыҙ, балын эсеп бөткәнһегеҙ, ә һауытын һатып ебәргәнһегеҙ. Бына алмашҡа полиэтилен һауыт килгән. Ул һәнәк менән эҙләгәндә тишеләсәк, ләкин зыңламаясаҡ. Тимәк, табып та булмаясаҡ.

Эскеселәр ғәйептәрен танып, баштарын эйҙеләр.

– Эсеп бөткәс, нишләйек, – тине Исмай.

– Тағы һауытын һатып эсмәгеҙ, – тине Ғәләүи. – Сабира ҡарсыҡҡа картуф ултыртаһы, бесән саптыраһы, утын әҙерләйһе бар. Эх, егеттәр ошо яңғыҙ ҡарсыҡҡа ҡалған көнөгөҙ бар икән. Әйҙәгеҙ, теймәйек, балы ла ҡалһын.

– Һуң ауыҙ ғына итәйек, – тине Мәғнәүи.

– Шул ауыҙ итеүҙән башланды инде, егеттәр. Хәҙер нисәмә йыл нәфсегеҙҙе тыя белмәйһегеҙ. Теймәгеҙ ҡарсыҡтың балына. Иртәгә картуф ултыртырға киләйек. Ҡойһа, эсербеҙ, ҡоймаһа, хуш, Хәйрүш. Картуфы уңмаһа, ҡышҡа нимә ашарға итәһегеҙ. Ана, кәбеҫтә хәҙер иттән ҡиммәт икән. Килештекме?

Тегеләре өндәшмәне. Әсе бал зөмбөрләп ултырған һауытҡа тамшанып тора бирҙеләр.

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: