+22 °С
Ясно
Юмореска
23 Июля , 07:27

БЕҘ ҠАПСЫҠТА ЯТМАЙ

Йөрө инде хәҙер трактор аҫтына бер инеп, бер сығып, майға буялып. Етмәһә, Рәшит ағаһы арҡыры бер әҙәм, шуға бит уны бригадала “Поперечный философ”, тип йөрөтәләр. Уның туғанлығы ла, ташҡа үлсәйем, ергә тәрән батҡан кесерткән тамырының бер осо һымаҡ. Ауылда ни шулай инде, йыбанмай ултырып һанай башлаһаң, ауылдың яртыһы атаһы яғынан туған, яртыһы – әсәһе яғынан.

БЕҘ ҠАПСЫҠТА ЯТМАЙБЕҘ ҠАПСЫҠТА ЯТМАЙ
БЕҘ ҠАПСЫҠТА ЯТМАЙ

Радик Өмөтҡужин. Әбйәлил районы.

 

Ирәмәнде МТМ-ға эшкә алдылар, тракторын ремонтлаған Рәшит ағаһына ярҙамсы итеп ҡуйҙылар. Таштимерҙәге СПТУ-ны бөтөп, тракторист-машинист дипломы алған йәш егеткә, был эш, дөрөҫөн әйткәндә, баштан уҡ оҡшап етмәне. Уның хыялы берәй яңыраҡ белоруста үҙе кеүек танау аҫтына еҫ кермәгән малай-шалайҙарҙың, бигерәк тә ҡыҙҙарҙың күҙҙәрен ҡыҙҙырып, урам буйлап елдереп йөрөү ине. Шул матур уйҙарынан уға рәхәт булып китә, хатта усын усҡа һуғып, эх, тип ебәрә. Булманы, бригадир Ирәмәндең күҙҙәрендә уның татлы хыялдарын күрмәне.

 

Йөрө инде хәҙер трактор аҫтына бер инеп, бер сығып, майға буялып. Етмәһә, Рәшит ағаһы арҡыры бер әҙәм, шуға бит уны бригадала “Поперечный философ”, тип йөрөтәләр. Уның туғанлығы ла, ташҡа үлсәйем, ергә тәрән батҡан кесерткән тамырының бер осо һымаҡ. Ауылда ни шулай инде, йыбанмай ултырып һанай башлаһаң, ауылдың яртыһы атаһы яғынан туған, яртыһы – әсәһе яғынан. Шуғамы икән, ауылдаштар төшөнкөлөккә бирелмәй, бер-береһен мәрәкәләшеп, юҡ ерҙән уймаҡ сығарып йәшәйҙәр. Ирәмәнгә бигерәк тә “Поперечный”ҙың, шуны алып бир, ошоно ялтыратҡансы таҙарт, кеүек ваҡ-төйәк йомоштары оҡшап етмәй. Холҡо ла бик ҡыҙыҡ уның, бахмурҙан ауырығанда, ауыҙынан бер һүҙ сығыр тимә, ә инде ирҙәр күпләп йыйыла торған гараж яғына барып, баш төҙәтеп күңелләнеп килһә, бер туҡтауһыҙ лыҡылдай. Үткәндә , ҡустым, кәләш алма, алһаң – бөттөң темаһына көнө буйы лекция уҡыны. Уныңса, кәләш менән зочно, ситтән тороп йәшәргә кәрәк икән. Ғаиләһе астан үлмәҫ өсөн борон ирҙәр мәмерйәгә көн һайын ҡайтып та тормағандар, берәй мамонт ботон ҡатынына биргәндәр ҙә, айҙар буйы сәхрәлә йөрөгәндәр, тип аңлатты ул был фекерен. Баҡтиһәң, бөгөнгө замандағы ҡатындарҙың баш мейеһе ныҡ үҫешкән, уларҙа, Рәшит ағаһы әйтеүенсә, мейенең ике ярымшары бер юлы эшләй икән.

 

- Мин, ана, еңгәңә ат менән дә, ферзя менән йөрөп ҡарайым, инде мат ҡуям тигәндә, бац, уның һүҙе өҫкә сыға ла ҡуя! – тип үкенесен белдерҙе ул. – Шуға бит шахмат уйыны шым ғына уйналһа ла, аҙағында барыбер “мат”, йәки һүгенеү менән бөтә!
Ирәмән белмәйерәк йөрөгән, тормош та шахмат уйыны һымаҡ икән дә, ситтән күҙәткәндә генә бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгәндәр шым ғына күренә, уларҙың һәр береһендә хәтәр шахмат уйындары бара икән.

 

Бөгөн дә Рәшит ағаһы ирендәрен ҡымтып, ергә текәлеп килде. Тимәк, башы шаңҡый. Ярай, Ирәмәндең ҡолаҡтарына ял булыр. Был юлы ағаһы оҙаҡҡа сыҙаманы:

 

- Мин гараж яғына барып киләм, - тине ғәйепле төҫ менән, ғәҙәттәгесә, гараж һүҙенә баҫым яһап.
Ирәмәндең башына ҡылт итеп хәтәр уй килде. Рәшит ағаһы мастерскойҙың алғы яҡтағы ишегенән сығыуы булды, Ирәмән арт яҡтағы ишектән сығып, боҫа-боҫа ғына гараж яғына һыпыртты. Ағаһы гаражға килеүгә, ул төрлө мәрәкә һөйләп, гәп һатҡан ирҙәр араһында ултыра ине. Килеп ингәс, “Поперечный” ирҙәргә ҡул биреп, һаулыҡ һорашып сыҡты. Ҡытыршы, сөйәлләнеп ҡатып бөткән ҡулдарын Ирәмәнгә лә һуҙҙы, ҡустыһына бик сәйер итеп ҡарап ҡуйҙы. Был юлы ул гаражда оҙаҡ ултырманы, кире тракторы яғына йүнәлде.

 

Рәшит ағаһы килеүгә Ирәмән бер ни булмағандай, трактор аҫтында ята ине.

 

- Бөгөн ҡалай тиҙ әйләндең, - тине ул әле бер нәмә лә аңлап етмәгән ағаһына.
Уныһы елкәһен тырнап, бер тына уйланып торҙо ла:

 

- Ҡустым, һин ремонтлай тор, мин бөгөн иртәрәк ҡайтмаһам булмаҫ, ниңәлер баш әйләнә, күҙгә әллә нәмәләр күренә башланы әтеү, - тине.
Әллә ҡатыраҡ ҡыландыммы икән, тип уйланы Ирәмән, әммә йәш кеше хәтәр шаяртыуын тиҙ онотто. Аҙаҡ был хәлде лаҡап итеп һөйләп йөрөнөләр. Ирәмән берәүгә лә өндәшмәгәйне, буғай. Беҙ ҡапсыҡта ятмай, тигәне шулай булалыр инде.

 

 

Автор:
Читайте нас