+22 °С
Ясно
Юмореска
23 Июля , 07:25

Һылыу-Һылыуҡай

Имен-аман барып еттек,көндөҙ ҡояш йылтырап торһа ла,кисен һыуытып ебәрҙе,буранларға ла оҡшаған.Тыуған йортта оҙаҡ тора алмайбыҙ,иртәгәһенә кире ҡайтырға сығырға кәрәк.Ағайҙарым машина кузовына ҡыуыш кеүек нәмә әтмәләп,аҫтына күпертеп һалам һалып,етерлек бесән тейәп ҡуйҙылар,икенсе көнөнә таң менән ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.

Һылыу-ҺылыуҡайҺылыу-Һылыуҡай
Һылыу-Һылыуҡай

Һылыу-Һылыуҡай
Миңзәлә Хәлилова. Дәүләкән районы.
(хикәйә)

 

Малдың да һөйкөмлөһө була икән!Эйе, үҙенә күрә бер матур ине ул Һылыуҡай.Исеме шулай ине тананың.Әсәйем ҡушҡан исеме.

 

Маңлай сәстәре бөҙрә генә,керпектәре оҙон,үҙе ҡыҙыл ғына,маңлайында аҡ ҡына айы ла бар.Кәүҙәгә лә әллә ни ҙур түгел.Әммә,әсәйем әйтмешләй:

 

-Кәүҙәһе ҙур булмаһа ла,һәйбәт тоҡомдан ул.Әсәһенең дә һөтө ҡуйы,әллә шуға быҙауҙары шәп була.Мал ҡото булыр үҙегеҙгә.

 

Атайым менән әсәйем өйләнгән улдарына,кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарына шулай орғасы мал бүлеп бирә торҙолар.Апайым ғына үҙенә тейеш һыйырын алманы,ул ҡалала йәшәй,шуға атай-әсәйем уға малдың хаҡын бирҙе,бер бала ла ,уларҙың уйынса,ҡоро ҡалырға тейеш түгел ине.

 

Мин студент саҡта кейәүгә сыҡтым,шуға малды барып алыу ваҡытын кисектереп торҙоҡ (бала тыуғас та киске бүлеккә күсмәнем,группалаштарым менән уҡыуҙы дауам иттем).Аҙаҡҡы курста уҡығанда әсәйемдән хат килеп төштө: “Ҡыҙым,кейәү,үҙебеҙ иҫән саҡта мал ҡотон килеп алығыҙ,март айында,көн имшеткәс, килһәгеҙ,шәп булыр ине,апрелдә көтөү сыҡһа,өйрәнеп китеүе лә еңелерәк булыр”.

 

Әйткән һүҙ-атҡан уҡ.Беҙ 22 март көндө биш йөҙ километр йыраҡлыҡҡа юлға сығып киттек.Иремә колхоздан йөк машинаһы бирҙеләр (ул үҙе шофер),хатта бензинға барып ҡайтыр өсөн бушлай талонын да услап тотторҙолар.Йәшлек,яндырайлыҡ та күп булғандыр үҙебеҙҙә,етмәһә минең ҡулымда йәш ярымлыҡ улым да бар.

 

Имен-аман барып еттек,көндөҙ ҡояш йылтырап торһа ла,кисен һыуытып ебәрҙе,буранларға ла оҡшаған.Тыуған йортта оҙаҡ тора алмайбыҙ,иртәгәһенә кире ҡайтырға сығырға кәрәк.Ағайҙарым машина кузовына ҡыуыш кеүек нәмә әтмәләп,аҫтына күпертеп һалам һалып,етерлек бесән тейәп ҡуйҙылар,икенсе көнөнә таң менән ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.

 

-“Ай күрҙе,ҡояш алды”,күргәндәй ҙә булманыҡ бит,балаҡайым,ейәнемде яратып та туйманыҡ,-тип илаулап ҡалды әсәйем.

 

Ун сәғәт тигәндә ҡайтып еттек,һыйырыбыҙ өсөн борсолабыҙ,туҡтап ҡарап-ҡарап алабыҙ,эсереп алырға ла мөмкинселек таптыҡ.Арығанда ятып та ала,баҫып бара.

 

Тап ун көндән,апрель башында, танабыҙ быҙаулап та ҡуйҙы,үгеҙ быҙау ине ул.Шунан һуң ул гел үгеҙ быҙау килтерҙе,ә беҙ нәҫел дауамы-орғасы быҙау көтәбеҙ.Әсәйем әйткәнсә,ысынлап та, һөтө лә ҡуйы,быҙауҙары ла уйнаҡлап тора ине Һылыуҡайыбыҙҙың.Тик шуныһы йөрәгемде әрнетә, көтөүселәр уның бер сәйер яғын күҙәтәләр ине.Апрель аҙағында уны тәү тапҡыр ауыл көтөүенә ҡуштыҡ.Ә мин килен булып төшкән ауыл ике тау уртаһында урынлашҡан,көтөү ауылды сыҡҡас та тауға күтәрелә,унда инде тигеҙлек.Үлән дә һутлы,ҡуйы,сабып алырлыҡ.

 

Әммә минең һыйырым тау битенә үрмәләй, көтөүҙән айырылып, ҡылғанлы урында бер үҙе тороп ҡала икән.Кисен тағы көтөүгә ҡушылып ҡайта.Сәбәбен шунда күрҙек:минең тыуған ауыл Ирәндек тауы итәгендә урынлашҡан,малдар тау баштарында,үрҙәрҙә йөрөй.Һылыуҡайым тыуған яғыбыҙҙы юҡһынып,һағынып,тау битләүендә йөрөгән,күрәһең.Ерһенә алмай аптырағандыр.Шуны уйлаһам,күҙҙәремә йәш төйөлә.

 

Беҙҙең өй тау башында тора,ә көтөү аҫҡы урам буйлап килә.Беҙгә боролған ергә етһә:

 

-Һылыу,Һылыу,ҡайт,Һылыуҡай!-тип өндәшәм.

 

Ул ялт итеп кенә борола,мөзөлдәп тауыш бирә,тау битенә ыңғайлай.

 

Ниһайәт,теләгебеҙ тормошҡа ашты,алтынсы быҙауы орғасы ине.Тик Һылыуҡайым ғына әрәм булды.

 

Ул йылды мин райондың уҡытыусылар конкурсында еңеп,Салауат ҡалаһына республика этабына киткәйнем. Һылыуҡайым ишеге асыҡ ҡалған бүлмәгә инеп,ҡоро фураж ашап күбенгән.Мин ҡайтҡансы,әрәм булмаһын,тип,уны салып,итен элеп ҡуйғандар...

 

Әл дә өйҙә булмағанмын,йөрәгем ярылыр ине...

 

Күптән инде атай-әсәйем ысын донъялыҡта,үҙебеҙ ҙә яйлап ҡына ғүмер үренә артылабыҙ.Әммә йыл да марттың егерме икеһендә Һылыуҡайымды иҫемә төшөрөп илаулайым.Һаман да минең күҙ алдында бөҙрә сәсле, моңһоу күҙле,оҙон керпекле Һылыуҡайым-яҡташым-малым ҡото.

Автор:
Читайте нас