

“Бәндә” бик ныҡ төртөлһә лә, Вәли Шәүәлиевич бер һүҙ ҙә өндәшмәне – тамам әлһерәгәйне эҫенән. Әммә ике стакан һуттан һуң зиһене яҡтыра төштө һәм ул:
– Һеңлем, кешегә улай ҡаты бәрелергә ярамай, – тип әйтеп ҡуйыуҙы кәрәкле тапты. Әйтте һәм ... ник әйткән көнгә төштө.
– Ярамаһа – яратабыҙ уны!
– Үҙеңә етмәгәнде кешегә өйрәтмә!
Өс ауыҙҙан бирелгән залп Вәли Шәүәлиевичты бер аҙым артҡа сигеп ҡуйырға мәжбүр итте. Шулай ҙа ул үҙен йәһәт ҡулға алырға алырға өлгөрҙө һәм ир намыҫын яҡлап яуға ташланды. Ҡыҫҡа, әммә көсөргәнешле алыш һөҙөмтәһендә шул асыҡланды: әхирәттәрҙең икәүһе еңелсә күңел йәрәхәте алған, ялыу кенәгәһенең бер бите һатыусы Һәҙиәнең ҡулына күскән, Вәли Шәүәлиевичтың тамағы тағы ла кипкән.
– Ике стакан һут! – тине Вәли Шәүәлиевич, юрамал унарлыҡ аҡса һоноп.
– Сдача юҡ – тип яуап бирҙеләр дошман лагерынан.
Магазин эсе, әле генә итек менән борҡотолған самауыр һымаҡ, йәнә тыжлай башланы. Был тыжлау, көсәйгәндән көсәйә барып, магазин директорының ҡолағына ла барып ишетелде.
– Ни булып ята бында?! – Директорҙың тауышы күк күкрәгәндәй яңғыраны. – Яхина, ни бүлешә алмайһығыҙ клиент менән?
Һатыусы Һәҙиә мәрйен менән ҡайылған ҡулъяулығын күҙенә терәне.
– Бынау кеше... Мине кеше алдында... Ул мине...
Директор сырайын һытып ҡул һелтәне лә һут даулаусыға боролдо.
– Ғәфү итегеҙ, исем-фамилияғыҙ, эшләгән урынығыҙ?
– Улары ни өсөн тағы?
– Сара күрелеү һәм һатыусыға шелтә бирелеү тураһында хәбәр ебәреү өсөн.
– Яхин Вәли Шәүәлиевич, РАПО экономисы.
Һатыусы Һәҙиәнең ҡулъяулығы төшөп китте.
– Һеҙ... Ғәлиҙең ағаһымы әллә?
– Ағаһы икән дә, ти. Шунан?
– Ә мин... уның ҡатыны.
– Һәҙиә киленме әллә?! Үәт, иҫәүән! – Вәли Шәүәлиевич маңлайына тысылдата һуғып алды. – Туйҙа яҙа-йоҙа бер күргәйнем, онотоп та ҡуйғанмын, үәт, иҫһеҙ... Шунан, ҡусты ни хәлдә? Машина алып ебәрҙегеҙме ни? Ярай... Бала-саға барҙыр? Өсәү үкме ни? Шә-әп! Молодцы! Ҡоҙағый иҫәндер әле? Үлдеме ни? Яра-ай... Квартир? Дүрт бүлмәлеме? Яҡшы-ы...
Вәли Шәүәлиевич хәҙер магазинға йыш ҡына инеп, ҡустыһының, уның улдарының хәлен белешеп йөрөй. Һәҙиә ла ҡайнағаһы өсөн өҙөлөп тора: бүтәндәргә булмағанда ла Вәли Шәүәлиевич тигәндә бер-ике шешә һут табыла.
Ҡыҫҡаһы, был хикәйәм менән мин шуны әйтергә теләйем: кеше кешегә ысынлап та дуҫ, иптәш йәки туған булып сығыуы мөмкин. Шуның өсөн дә йәмәғәт урындарында бер-берегеҙгә иғтибарлы булығыҙ.
Һәнәк. 1988 йыл.