+22 °С
Ясно

Министр урынбаҫары игелеге

Журналыбыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы алдынан бигерәк тә әһәмиәтле бүләк был!

Министр урынбаҫары игелегеМинистр урынбаҫары игелеге
Министр урынбаҫары игелеге

 

Республикабыҙҙа «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте ҡарамағындағы Ваҡытлы матбуғатты таратыу хеҙмәте тарафынан йәмәғәтселекте шатландырған изге эш — хәйриә подпискаһы бойомға ашырыла. Был башланғыс республикабыҙҙың ҡала һәм район баҫмаларын халыҡ араһында киңерәк таратыу маҡсатында ойошторола.

 

Был юлы ҡыуаныслы хәбәр Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан килде: министр урынбаҫары Лена Әшрәф ҡыҙы Кәримова республикабыҙҙың иң күңелле баҫмаһы булған «Һәнәк» журналына мохтаж кешеләрҙе яҙҙырып ҡыуандырҙы!

 

Журналыбыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы алдынан бигерәк тә әһәмиәтле бүләк был! Иң үткер телле, шаян, фәһемле мәҡәләләр тупланған «Һәнәк» һәр кемдең йөҙөнә йылмайыу өрөп, күңелдәрҙе йылыта, рухты күтәрә.

 

Бындай изге эш – башҡаларға өлгө! Предприятие етәкселәре, вазифалы кешеләр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре тарафынан бойомға ашырылған был башланғыс тағы ла киңерәк таралһын ине! Беҙҙең баҫмалар — беҙҙең йөҙөбөҙ, йөҙ йыллыҡ тарихыбыҙҙың тере шаһиты!

 

Хөрмәтле Лена Әшрәф ҡыҙы!

Һеҙҙең күңел йылығыҙ, мәрхәмәтле ҡарашығыҙ һәм «Һәнәк»те лайыҡлы бүләк итеп бағышлау инициативағыҙ өсөн оло рәхмәт! Һеҙҙеке кеүек изге йөрәктәр күптәргә өмөт, яҡтылыҡ, шатлыҡ тарата.

 

Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас