

Туҡтауһыҙ себеш сығарған
Инкубатор яһатам.
Төйлөгәнгә себештәрҙе
Йәлләмәйенсә ашатам.
Насар сәхнә Һандуғасҡа
Юҡ-бар әрәмә талы –
Уға атап төҙөп бирәм
Айырым концерт залы!
…Һайлау үтте тыныс ҡына,
Әйләнмәне болаға,
Ҡоштар дәррәү һайланылар
Һайыҫҡанды Думаға.
Шунда ултыра Һайыҫҡан,
Ара-тирә шыҡырҙай,
Шыҡырҙауын шыҡырҙай ҙа,
Әммә бер ҙә эш ҡырмай.
Ҡыштар үтә, етә яҙҙар,
Яҙ артынан йәй етә.
Электорат вәғәҙәләрҙең
Үтәлеүҙәрен көтә…
***
Был мәҫәлдән йүнле фекер
Һығып та тораһы юҡ –
Һайыҫҡандың һүҙҙән үтеп
Бер эш тә ҡылаһы юҡ.
Фото: https://vk.com/wall-203690207_363?