+17 °С
Болотло

Яугирҙәргә – “Нива” машинаһы

Мәсетле районының Оло Устикин ауылында йәшәүсе Зөһрә һәм Раил Фәйезовтар үҙҙәренең автомобилен МХО ихтыяждарына тапшырырға ҡарар иткән.

Яугирҙәргә – “Нива” машинаһыЯугирҙәргә – “Нива” машинаһы
Яугирҙәргә – “Нива” машинаһы

Тиҙҙән «Нива» яугирҙәргә алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ, тип хәбәр итте хакимиәт башлығы Әнис Әсәҙуллин. Машинаны унда ебәрер алдынан хужа тимер атты тулыһынса тәртипкә килтергән, йөрөү системаһын тикшергән, яңыртҡан һәм бөтә сығым талап иткән кәрәк-яраҡтарын алмаштырған. Афарин, Фәйезовтар ғаиләһе, ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә артып ҡайтһын!

Фото: башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас